Үҙебеҙҙең Иҙел ағай

Әбйәлил районы Асҡар ауылында «Йыл уҡыусыһы – 2018» конкурсы үткәрелде. Бәйгелә иң шәп, әүҙем, белемле уҡыу­сылар көс һынашты. Ул төрлө этаптарҙан торҙо: портфолио, таныштырыу, «Әбйәлил – тыу­ған яғым» темаһына проект, музыкаль номер. Ошо бөтә һынау­ҙарҙы ла лайыҡлы үтергә кәрәк ине. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Ә Гран-­приға Таһир Күсимов исемендәге гимназияның XI «А» синыфы уҡыусыһы Иҙел Хәкимов лайыҡ булды.

Ул ошо бәйге тураһында бына нимәләр һөйләне:
– Мин быйылғы уҡыу йылында «Тормош һабаҡтары» фәне буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашып, призёр булғас, әлбиттә, был ярыш еңел һымаҡ ине. Проект эшемдең темаһы: «Әб­йәлил районында этнотуризм», сөнки мин тыуған еремдең тарихы, мәҙәниәте менән ныҡ ҡы­ҙыҡһынам. Визиткам «Үҙеңдең эҙеңде ҡалдыр» тип аталды. Оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙем. «Йәшлек», «Сулпан» бейеү ансамблдәре солисы булараҡ, тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Бәйгелә ҡатнашыусылар бөтәһе лә көслө, сәмле ине. Туған те­лем­де, еремде, мәҙәниәтемде, тарихымды яҡшы белеү миңә көс, дәрт бирҙе һәм еңеүгә алып килде, тип уйлайым.
Ҡатнашыусылар бөтәһе лә ныҡлы әҙерләнгәйне. Миңә бәйге оҡшаны, үҙем өсөн күп нәмә алдым.
Әйткәндәй, Иҙел ағай – беҙҙең гимназияның иң әүҙем уҡыусыһы, йондоҙо, тип әйтергә була. Ул шул тиклем итәғәтле, әҙәпле, һәр ваҡыт йылмайып, матур итеп һөйләшә. Иң мөһиме – башҡорт рухы көслө унда. Аҡ юл, һиңә Иҙел ағай! Хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Әлиә СӘЙЕТҒӘЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code