Үҙең бәйләгән әйбер – матур бүләк

Энә һәм ырғаҡ түңәрәгенә йөрөүселәр етәкселәре
Розалиә Энгельс ҡыҙы Ибраҡова менән.

Бындай күҙҙең яуын алырлыҡ, һоҡланғыс уйынсыҡтарҙы тыуған көндәргә, байрамдарға бүләк итеүе лә ҡыуаныслы. Ҡыш бабай бүләге итеп бирһәң дә, ниндәй шәп буласаҡ. Мораҡтағы балалар ижады йортонда энә һәм ырғаҡ менән бәйләү түңәрәгенә йөрөүселәр нәҡ шулай эшләргә йыйына ла. Уның етәксеһе Розалиә Энгельс ҡыҙы Ибраҡова балалар менән бар күңелен биреп эшләй. Шуға беренсенән унынсы синыфҡа тиклем ҡыҙҙар бик теләп йөрөй.

Розалиә Кинйәбаева,
Рузилә Назароваларҙың эштәрен һораусылар ҙа байтаҡ.

– Тәүҙә ҡыйыуһыҙ, оялсан ғына бул­һалар ҙа, тора-бара һәләттәре асыла башлай. Уйынсыҡ, төрлө кәрәк-яраҡ, кейем-һалым да бәйләйҙәр. Был шөғөл балаларҙың психикаһына ыңғай тәьҫир итә, холоҡтары яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Бер ҡыҙ былтыр йөрөй башлағанда ҡыҙып барыусан, тынысһыҙ ине. Әле икенсе йыл шөғөлләнә, бөтөнләй икенсе кеше тиерһең, – ти етәкселәре.
Етенселә уҡыусы Розалиә Кинйә­баева түңәрәккә өсөнсө синыфтан йөрөй. Ырғаҡ, энә менән бәйләү бик оҡшай ҡыҙға. Уҡытыусыһының аңлатыуынан да бик ҡәнәғәт.

«Бына шундай матур тәпешкәләр бәйләйем», – ти Ирина Стучилина.

– Өләсәйем бәйләп ултырғанда бик өйрәнгем килеп китте лә шунан түңәрәккә яҙылырға булдым. Әсәйемә шәл, тәпешкә, сәскәләр бәйләп биреп һө­йөн­дөр­ҙөм. Эштәремде туғандарыма тыуған көндәрендә бүләк итәм. Бик ҡыуанып алалар. Апай-инәйҙәремә аҡсаға бәйләйем. Бер пар тәпешкә 250 һум тора. Эшләгән аҡсаларымды йыя барам. Тыуған көнөм еткәс, үҙемә кәрәкле әйбер алырға теләйем, – ти йәш ҡул оҫтаһы.
Беренсе синыф уҡыусыларының да эштәренә иҫең китерлек. Мәҫәлән, яңы ғына түңәрәккә йөрөй башлаған Солтаниә Зәйнуллина ҡурсағына кофта, салбар бәйләргә лә өлгөргән. Әсәһенә сәйнүккә аҫлыҡ эшләп биргән. Туғандарының тыуған көндәренә лә әйберҙәр бәйләй.
Әүҙем йөрөүсе ҡыҙҙарҙан Ирина Стучилина, Рузилә Назарова, Нурислама Норотҡолова, Лера Логиновалар ҙа ҡул эшенә бик оҫта. Улар ҙа әйбер­ҙәрен һатып, бер аҙ аҡса эшләргә өйрәнгән.
Бына шулай 2000 йылдан эшләп килгән түңәрәктең етәксеһе Розалиә Энгельс ҡыҙы әллә күпме гүзәл заттарҙы бәйләү серҙәренә өйрәткән. Был мауыҡтырғыс шөғөл күңел өсөн булһа ла, оло тормош юлында бик кәрәге тейәсәк, ти ул.

Г. РАМАҘАНОВА.
Күгәрсен районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code