Үҙ ауылыма әйләнде

Яҙмыш минең алдыма бәләкәс кенә саҡтан ҙур һынауҙар ҡуя: атай-әсәйемде юғалтҡанмын… Башта – өләсәйемдә, шунан приютта тәрбиәләндем. Ә ете йыл элек Йәнтеш ауылынан Венера һәм Рәүеф Әхмәтовтар мине уллыҡҡа алды. Шунда «ғаилә» тигән төшөнсәне аңланым. Унда шул тиклем йылы, рәхәт, тыныс. Йәнтешкә килгәс, I синыф­ҡа уҡырға барҙым, күп дуҫтар таптым. Яңы туғандарым барлыҡҡа килде, хатта өләсәйем дә, ҡартәсәйем дә бар. Ә бер бөртөк апайым кейәүҙә, үҙ ғаиләһе менән йәшәй.
Әсәйем оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Дин юлында, намаҙ уҡый, миңә лә өйрәтә. Бергәләп мәсеткә йома намаҙына йөрөйбөҙ. Атайым оҫта ҡуллы: йәй етһә, ағас эше менән була, мәтрүшкә ҡушып, төрлө япраҡтарҙан миндек бәйләй. Һатып аҡса ла эшләй. Мин дә ярҙам итешәм. Уның менән бергә урман гиҙергә яратам. Бал ҡорттары ла тотабыҙ, умарталар ихатабыҙҙы йәмләп тора. Ҙур баҡсабыҙ бар, күп итеп емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ.
Әлеге көндә мин һигеҙенсе синыфта уҡыйым. Килгәндә башҡортса бер һүҙ ҙә тиерлек белмәй инем. Атай-әсәйем, уҡытыусыларым ярҙамында һөйләшергә өйрәндем, улай ғына түгел, уның бар нескәлектәренә төшөнәм.
Үҙемде ошо ауылда тыуып үҫкәндәй тойоп китәм. Хатта ҡайһы берәүҙәр атайыңа оҡшап тораһың, тиҙәр. Минең теләгем бер: һәр бала ғаиләлә үҫһен, киләсәктә матур итеп үҙ ғаиләһен ҡор­һон. Илдең терәге – татыу ғаиләлә.

Данил ХӘЛИМОВ.
Хәйбулла районы, Йәнтеш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code