Ҡыуана бөтә донъя!

Эй, күңелле яҙ етте,
Һыуҙар ағып, боҙ китте.
Ағастар алҡа таға,
Гөрләүектәр ҙә аға.

Кәмә лә йөҙҙөрәләр,
Ҡыуанып бала-саға.
Йүгерешеп, уҙышып
Кем сығыр икән алға?

Ҡояш ерҙе йылыта,
Бөтәһе лә йылмая.
Шатланышып, йырлашып,
Ҡыуана бөтә донъя!

Айназ АЛТЫНБАЕВА.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code