Ҡытай теленән дә БДИ булырмы?

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре фекеренсә, өс йылдан ҡытай теленән һынау мотлаҡ һаналасаҡ. Ә унан тәүге имтихандарҙы туғыҙынсылар алдағы 2018 йылда уҡ биреп ҡарай ала.

Быға тиклем туғыҙынсы, ун беренсе синыфтар инглиз, француз, немец, испан телдәренән генә һынау тота ине. Әле бына ошо айҙың башында төп дәүләт имтиханының яңы моделе – ҡытай теленән апробация үткәрелде. Тәжрибәлә 10 төбәктән 1 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Улар телдән һәм яҙма өлөштәрен башҡарҙы. Туғыҙынсыларға эште үтәүгә 166 минут минут бирелһә, ун беренселәргә – 192 минут.
Эксперттар һүҙҙәренә ҡарағанда, 2020 йылға тиклем ҡытай теле төп дәү­ләт имтихандары исемлегенә индерелеп, Рәсәйҙең бөтә мәктәптәренең туғыҙынсылары мотлаҡ һынау бирә башлаясаҡ. Һуңынан инде БДИ тапшырыуҙы ла мәжбүри итеү ҡарала.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code