Ҡышлаусы ҡоштарға ярҙам

Һыуыҡ көндәр яҡынайыу менән ҡышлаусы ҡоштар өсөн ауырлыҡтар башлана. Был ваҡытта улар беҙҙең ярҙамға можтаж.

Яңыраҡ гимназиябыҙҙа Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының экологик белем биреү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Азамат Байрамғәлин менән Тимур Ғәлиастанов булып киткәйне. Ағайҙар үткәргән экологик дәрес ошо мөһим мәсьәләгә арналды. Тәүҙә ҡурсаулыҡ вәкилдәре «Ҡырмыҫҡа иләүе» тип аталған һүрәттәр бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләне. Ә дәрес барышында иһә уҡыусылар Көньяҡ Уралдың ҡышлаусы ҡоштары һәм уларҙың үҙенсәлектәре менән танышты, тауыштары һәм эҙ­ҙәре аша һәр береһен танып белде. Шулай уҡ ҡа­натлы дуҫтарыбыҙҙың файҙаһы, уларҙы ҡыш көнө нисек дөрөҫ ашатыу тураһында ла һөйләштеләр, тағараҡтарҙы ниндәй материалдарҙан эшләү һәм ҡайһы ерҙәрҙә урынлаштырыу серҙәренә төшөндөләр.
Дәрес аҙағында викторина һорауҙарына дөрөҫ яуаптар табып, бүләктәр алып ҡыуандылар. Был экологик дәрес уҡыусыларҙа ҡоштар донъяһына ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Гөлсинә НӘБИУЛЛИНА.
Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code