Ҡыш һалҡын булмаясаҡ

Күп кенә көҙгө һынамыштар күрһәтеүенсә, быйылғы ҡыш һалҡын булмаясаҡ, тип фаразлай халыҡ синоптигы, Мәләүездәге мәктәп уҡыу­сыһы Наилә Яҡупова. «Көҙөн япраҡтар тиҙ ҡойолоп бөтә икән, ҡыш – ҡаты, оҙаҡ ҡойолмаһа, ул ҡыҫҡа була. Хәҙер беҙ шуны күҙәтәбеҙ: тәүге ҡырау был аҙнала ғына төштө, ағастар­ҙың күбеһе йәшел», – ти ул. Ҡыҙ белдереүенсә, Баш­ҡортостанда һалҡындар тиҙ генә башланмай. Көҙҙөң оҙон һәм йылы булыуы көтөлә. Бындай һауа торошо 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Унан ҡар ҡатыш ямғыр­ҙар яуасаҡ. Ҡар ноябрь аҙа­ғында ғына ятасаҡ. Наиләнең күҙәтеүҙәре буйынса, ҡыш көнө ҡыҫҡа ваҡытлы һыуыҡ­тар йылы һауа торошо менән алмашына. Яуым-төшөмдөң уртаса, ләкин уҙған йылға ҡарағанда, күберәк булыуы көтөлә. Ғин­уарҙа тамсы тамыуы кеүек күренештәр көтөлмәй.

Ә бына Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ҡышҡы айҙарға фараздары икенсерәк. Республика биләмәһендә декабрҙең уҙған йылға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә, ғинуарҙа температура нормаға ярашлы – минус 14,8 градус тирәһе.
Фев­ралдә республика­ның баш ҡалаһында уртаса 13,3 градус булыуы күҙаллана.
Март былтырғыға ҡарағанда йылыраҡ була, был айҙа Өфөлә уртаса айлыҡ һауа температураһы – 6 градус.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code