Ҡышҡылыҡҡа салаттар

Йыйған уңышыбыҙҙан ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләп ҡуйһаҡ, йәйҙең матур мәлдәрен хәтерләтеп торор. Әсе ашарға яратҡандарҙың күңеленә лә бик хуш килер.

Корейса ҡыяр менән кишер

Эшләү өсөн 4 килограмм ҡыяр, 1 килограмм кишер, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан аш һеркәһе, 1 стакан үҫемлек майы, 100 грамм тоҙ, иҙелгән ике аш ҡалағы һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы төйөлгән ҡыҙыл борос алына.
Йыуылған кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ҡыярҙарҙың баштарын ҡырҡып, тәүҙә – дүрт өлөшкә, унан һәр береһен 2-шәргә бүләбеҙ. (Берәүҙән 8 өлөш килеп сыға.) Шунан инде икеһен ҡушып, тоҙ, шәкәр ҡомо, һарымһаҡ, аш һеркәһе, ҡыҙыл борос һалып, бергә бутайбыҙ. Аҙаҡ дүрт сәғәткә ҡуйып торабыҙ, төнгөлөккә ҡалдырырға ла була. Стерилләнгән банкаларҙы әҙерләгәс, инде ябырға ла мөмкин.

Йәшелсәнән ассорти

Был салатты эшләү өсөн 1-ешәр килограмм ҡыяр, кәбеҫтә, помидор, татлы борос, кишер, һуған, 2 стакан көнбағыш майы, 1 стакан аш һеркәһе, 1 стакан шәкәр, 2 – 3 аш ҡалағы тоҙ кәрәк буласаҡ.
Ҡыярҙарҙы йыуып, ярым түңәрәк итеп ҡырҡабыҙ, боросто, кәбеҫтәне – һалам рәүешендә, помидорҙарҙы – өлөшләп, һуғанды – ярым түңәрәк итеп. Ә кишерҙе ҡырғыстан сығарабыҙ. Бөтә турал­ған йәшелсәләрҙе кәстрүлгә һалып, көнбағыш майы, аш һеркәһе, шәкәр, тоҙ һалабыҙ. Яҡшылап бутағас, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң йәшелсә ассортиһын талғын ғына утта 30 ми­нут бешерәбеҙ. Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға ябабыҙ.

Сөгөлдөрҙән һәм кишерҙән

Әлеге салат өсөн 700 грамм сөгөлдөр, 700 грамм кишер, 500 грамм ҡаты помидор, 2 баш һуған, ярты баш һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, 50 грамм көнбағыш майы, саҡ ҡына чили боросо, 70 процентлы 1 сәй ҡалағы аш һеркәһе талап ителә.
Ҡаты помидор өлөшләп киҫелә, һуған – һалам рәүешендә. Сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡты ҡыр­ғыстан ҡырабыҙ. Барыһын да көнбағыш майы ҡойолған төбө ҡалын табаға һалып, тоҙ өҫтәп, быҡтырабыҙ. Бешеү ваҡытында, тәменә ҡарап, саҡ ҡына чили боросо һалып ебәрергә мөмкин. Ҡулланырға әҙер булғас, ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн аш һеркәһе ҡушып, стерилләнгән банкаға тултырабыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code