Ҡырағай хайуандар асыҡмаясаҡ

Мораҙым тарлауығында хеҙмәткәрҙәр ҡышҡа 25 өҫтәмә туҡландырыу майҙансығы әҙерләгән. Йөҙҙән ашыу мал аҙығы миндеге, 1 тоннанан ашыу тоҙ һәм 1 тонна иген фуражы йыйылған. Мал аҙығы даими һалынып торғас, ҡырағай хай­уандар һәр саҡ туҡ була инде.

Күҙәтеүҙәр һәм фототоҙаҡ төшөрөүҙәре күрһәтеүенсә, парк­та күпләп мышылар, ҡоралайҙар, ҡабандар, ҡондоҙҙар, һуйырҙар йәшәй. Төлкө, бүре, һеләүһен, бурһыҡ һирәгерәк осрай. Ергә ҡар ятыу менән инспекторҙар хайуандарҙы ҡышҡа иҫәпкә ҡуя башлай.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code