Ҡыйыу ҡыҙ Мораҡта йәшәй

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында күп балалы ғаиләнең өйөндә янғын ут менән шаярыу­ҙан килеп сыға. 3 һәм 4 йәшлек ике малай ҡайҙандыр шырпы табып, верандала уйнай. Атай-әсәйҙәре – эштә, ә ҡалған балалар был ваҡытта йорт эсендә телевизор ҡарай. Туғандары ла ҡунаҡҡа килгән була. Өй яна башлағас ҡына утты күреп ҡалалар. 11 йәшлек Алина күп уйлап тормайынса тиҙ арала ян­ғын эсенән бер-бер артлы 6 баланы – 3 бер туғанын, 3 ике туған ҡус­ты-һеңлеһен алып сыға. Тик бына 32 йәшлек Алина апаһын ғына ҡотҡарырға өлгөрә алмай. Әлдә тиҙ арала янғын һүндереүселәр килеп етеп, ярҙам итәләр.

– Ҡыҙым минең – маладис. Ул бәләкәйҙәрҙе ҡарап ҡына торорға кәрәклеген, шырпы уйынсыҡ түгеллеген яҡшы белә. Мин уның менән бик ғорурланам. Мәктәптә лә ул «дүртле», «бишле»гә генә уҡый. Ҡурсаҡтарына кейем тегеү – яратҡан шөғөлдәренең береһе. Китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә әүәҫ, – ти атаһы Таһир Абдуллин, ҡыҙын маҡтап.
Балаларының иҫән ҡалыуына яҡындары ҡыуанып бөтә алмай. Бының өсөн барыһы ла Алинаға рәхмәтле инде.

Г. ФАКИЛОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code