Ҡыҙыу элемтә эшләй

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында Бер­ҙәм дәүләт имтиханы үткәреү буйынса ҡыҙыу элемтә эшләй. Һынауҙа ҡатнашыусылар, улар­ҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар, ойоштороусылар 8 (347) 218-03-81, 218-03-28 телефон һандары буйынса имтиханға ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, БДИ-ла хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында ла хәбәр итергә мөмкин.

Шылтыратыуҙар дүшәмбенән йома­ға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр ҡабул ителә. Шулай уҡ ведомство сайтында Берҙәм дәүләт имти­ханына арналған махсус бүлек тә бар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code