Ҡыҙыҡлы парад

Беҙҙең гимназия Яңы йыл байрамын бик ихлас, дәртләнеп ҡаршы алды. Уҡыу бүлмәләренә барып инһәң, үҙеңде бер сихри донъяға эләккән кеүек хис итәһең: тәҙрәләрҙә аҡ ҡағыҙҙан яһалған төрлө-төрлө биҙәктәр, һындар, ҡар бөртөктәре, биҙәлгән шыршылар. Ә фойела төрлө материалдар­ҙан яһалған сусҡаларҙың ниндәйе генә юҡ ине! Һәр синыф уны үҙенсәлекле итеп эшләгән. Матур ғына сусҡалар парады килеп сыҡты.
Был бик ҡыҙыҡлы ла, сәмле лә ярыштан бер синыф та ситтә тороп ҡалманы. Ошондай мауыҡтырғыс эштә, әлбиттә, ата-әсәләрҙең ярҙамы ла ҙур булды. Уларға ҙур рәхмәт! Ҡабан-сусҡаларға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Гимназиябыҙға килгән һәр бер ҡунаҡ, атай-әсәй, уҡытыусылар, уҡыусылар улар янында фотоға төшөргә лә онотмай.

Рүзинә БАРЛЫБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code