Ҡыҙҙар-йондоҙҙар

Сөмбөл менән Илзирә.

Уңыш кемдәргә йылмая? Тырыштарға, әүҙемдәргә һәм ҡыйыуҙарға, тиерһегеҙ. Дөрөҫ, ошо сифаттарға эйә булмай тороп, еңеүҙәргә өлгәшеүе бик ҡыйын. Сибай интернат-гимназияһында белем алыусы Баймаҡ ҡыҙҙары – Сөмбөл Ласынова менән Илзирә Сәлихова ла шундайҙар сафынан. Уҡыуҙа ла һынатмай, олимпиада, ярыштарҙа даими ҡатнаша улар.

Төрөкмән ауылы ҡыҙы Сөмбөл бәләкәйҙән халыҡ ижады, тел һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Башланғыс синыфтарҙан ошо йүнәлештәге конкурстарҙа, «Урал батыр» йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнаша башлай. Гимназияға уҡырға килгәс иһә күңеле ижадҡа тартыла.
– Бар ҡыҙыҡһыныуҙарыма орлоҡ һалған һәм уны үҫтереүҙә ярҙам иткән тәүге уҡытыусым Нәсимә Ҡазарбаеваға рәхмәтлемен, – ти Сөмбөл.
Ҡыҙ республикала йыл да уҙғарылған «Урал батыр» йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашып килә. «Толпар» үҙидаралығының әүҙем ағзаһы, «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе, уҡыуҙа ла һынатмай, тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Ә уҙған йыл Баш­ҡорт­остан Республикаһы Башлығы стипендиаты булыу бәхетенә лә иреште. Гимназияның ғорурлығы, тиҙәр уның хаҡында.
Илзирә Сәлихованың да төрлө сараларҙан, конкурстарҙан ситтә ҡалғаны юҡ. Күптән түгел Өфө ҡалаһында үткән «Урал батыр» эпосын төрлө телдәрҙә һөйләүселәр конкурсынан еңеү яулап ҡайтты.
– Сағыу-сағыу милли костюмдарын кейгән, ҡулдарына төрлө музыка ҡоралдарын тотҡан бәйгеселәрҙе күргәс, башта тулҡынлана биреп тә ҡуйғайным, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. – Быйыл конкурс географияһын киңәйтелгән. Франция, Израиль, Һиндостан илдәренән дә вәкилдәр саҡырылғайны. Йәм­ғеһе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнаш­ҡан бәйгелә халыҡ ижадыбыҙ өлгөһө инглиз, ғәрәп, грек, йәһүд һәм башҡа дәүләт телдәрендә яңғыраны.
– Ни өсөн Сибай интернат-гимназияһын һайланығыҙ? – тигән һорау бирәм яҡташтарыма.
– Ошонда белем алған Айгизә апайымдың кәңәше буйынса килдем. Инйәр ҡустым да бында уҡый, – ти Таулыҡай ҡыҙы Илзирә. – Беҙҙең белем усағында ҡыҙыҡһыныуыңды үҫтереү йәһәтенән бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Барлығы 25-тән ашыу спорт секцияһы, йыр-бейеү, журналистика, ҡумыҙ, ҡурай, әҙәби ижад һәм башҡа түңәрәктәр эшләй. Көнөбөҙ иртәнге зарядканан башлана. Дәрестәрҙән һуң үҙ аллы әҙерлек, махсус курстарға йөрөйбөҙ.
– Интернат тормошо күп нәмәгә – үҙаллылыҡҡа, ауыр хәлдәрҙән сыға белеүгә өйрәтә. Фекереңде яҡлай белеү, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ сифаты тәрбиәләй, – тип һүҙҙе дауам итә Сөмбөл. – Уҡытыу һәм тәрбиә эше юғары кимәлдә. Үҙебеҙҙең синыфты алғанда ғына, 17 уҡыусының барыһы ла юғары уҡыу йортона инеүҙе маҡсат итеп ҡуйған, бөтәһе лә тиерлек «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшә.
Бына шулай гимназияла әүҙем, аҡыллы, ҡыйыу фекерле уҡыусылар уҡый. Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тигәндәй, бында белем усағының уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлегенең дөрөҫ ҡуйылышын, етәкселектең, уҡытыусы, тәрбиәселәрҙең намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәктер.

Мәүлиҙә ӘМИНЕВА, «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге ағзаһы.
Сибай ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code