Ҡыҙҙар эше тип тормайҙар

Сәлим менән Рәмзил йәшелсә баҡсаһында.

Ихатаға килеп инеү менән, матур-матур сәскәләр ҡаршылай, арыраҡ ҡаҙан аҫтына ут яғылған: бында ҡош-ҡортҡа ашарға бешерәләр икән. Өйҙәренә күптән газ үткән, хатта һыуҙы ла индереп алғандар, әммә мал-тыуарға йәй көнө тышта бешереү ҡулайыраҡ. Ана, күләгәләге эскәмйәлә Нәжип бабай йәйге аяҙ көнгә һоҡланып ултыра. Уңарсы булмай Зөлфиә инәй килеп сыҡты. 64 йыл бергә йәшәй улар, ту­ғыҙынсы тиҫтәне ҡыуалар инде, күҙ теймә­һен үҙҙәренә.

Баҡсала йәшелсә утап йөрөгән ике малай – улар­ҙың, Әсә­ҙуллиндарҙың, нәҫел ағасын дауам итеүсе Сәлим менән Рәмзил. Өйҙә тағы бер ҡус­тылары бар әле: Нуриманға 6 ғы­на йәш. Ә Сәлим менән Рәмзил VIII һәм IV синыфҡа күскән.

Бәләкәс Нуриман олатаһы һәм өләсәһе менән.

– Балаларыбыҙҙы хеҙмәт менән тәрбиәләргә тырышабыҙ. Һәр береһенең тәғәйен эше бар. Мәҫәлән, йәшелсә баҡсаһында һуған һәм кишер түтәлдәре өсөн улар яуаплы. Малдарҙы ла ҡарашалар, – ти Зөлфиә һәм Нәс­хәт Әсәҙуллиндар.
Бына шулай ете кешенән тор­ған ғаиләлә матур ғына итеп донъя көтәләр. Өләсәйле-олатайлы булып үҫеү – ҙур бәхет инде ул. Нәжип бабай ҡарт бул­һа ла, ҡайһы саҡта ейәндәре менән бергә эшләп, өйрәтеп тә ебәрә. Ә өләсәйҙәре һүҙ менән тәрбиәләй. Көн һайын өгөт-нәсихәт уҡып, тәртипле, тәрбиәле, аҡыллы булып үҫегеҙ инде, балаҡайҙар, тип теләп кенә тора. Үҙенең тормошон: етем ҡалып, кеше өҫтөндә үткән бала сағын, һуғыш ваҡытындағы ҡот осҡос ауырлыҡтарҙы ла һөйләп, ейәндәренә яҡты киләсәк теләп ултыра.
– Ундай ауырлыҡтарҙы һеҙгә күрергә яҙмаһын, донъялар имен булһын, – ти.
Әле ауылда бесән мәле. Күпләп мал тотҡан кешегә уныһын да етерлек әҙерләргә кәрәк. Хәҙер халыҡ рулонлы мал аҙығы һатып алыуға күнегеп бара.
– Беҙ ҙә техника менән саптырабыҙ, йыйҙырабыҙ, ә кипкән бесәнде элеккесә трактор арбаһы менән ташып алабыҙ. Сәлим ҙур инде, тейәгәндә өҫтә тора. Һарай башына ырғытҡанда, Рәмзил менән икәүләп эскә ташыйҙар, – ти атай кеше.
Малайҙар эше, ҡыҙҙар эше тип тә айырып ҡарамайҙар, бына тигән ярҙамсылар икән. Атай-әсәйҙәренең өлкәндәргә ихтирамлы, иғтибарлы булыуын күреп, уларҙан үрнәк алып үҫәләр.
Был ғаиләлә тағы бер тәрбиә алымы – спорт. Алсаҡ һәм уңған хужабикә үҫтергән гөл-сәскәгә күмелгән өйҙәрендә йүгереү тренажеры ла урын тап­ҡан. Тышта турниктары бар. Тағы аталары улдарын боксҡа ылыҡтырған. Йәй буйы кистәрен ауылда малайҙар менән футбол, волейбол уйнайҙар.
Сәлим ҡустыларына үрнәк булып тора. Бигерәк тә Рәмзил уға оҡшарға, ағаһынан ҡалышмаҫҡа тырыша. Маҡтау ҡағыҙҙары һалынған портфолиоһы ла ҡалын ғына икән Сәлимдең. Яҡшы уҡый, биология, география, тарихтан район, республика олимпиадаларында ҡатнаша. Гагарин кубогына үткәрелгән бәйгелә районда еңеү яулаған, биологиянан II урын алған. Математиканан «Эверест» интернет олимпиадаһында еңеүсе дипломына лайыҡ бул­ған. Спорт буйынса ла уңыштары бар. Районда Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге призға ойошторолған ярышта атыу буйынса икенсе урын алған. Рәмзил иһә мәктәптә үткән сараларҙа шиғыр һөйләргә ярата. Нуриман киләһе йылда ғына уҡырға төшәсәк, Алла бирһә.
Был малайҙарҙың әсәйҙәре яғынан да олатай-өләсәйҙәре иҫән-һау. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған ауылы Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһимда йәшәйҙәр. Унда ла барып, хәлдәрен белеп торалар.
Сәлим, Рәмзил һәм Нуриман хеҙмәт һөйөүсе ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫеүҙәре менән бик бәхетле. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.
Ауырғазы районы, Үтәймулла ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code