Ҡыҙҙар ҡыуанысы

Регина менән Гөлфиә яулаған кубоктары менән.

Ура-а! Еңеү! Гөлфиә менән Регинаның шатлығы эсенә һыймай. Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып яна. Күпме көткәйнеләр. Атай-әсәйҙәре лә уларға ышанып, призлы урын алһағыҙ, беҙҙең юбилейға ҙур бүләк тә булыр, тигәйне. Гөлфиә лә, еңһәм генә ярар ине, тип нисәмә тапҡыр эстән генә ҡабатлап йөрөнө. Ҡыҙҙар ныҡ итеп тырышты. Йәй көндәрен дә бушҡа үткәрмәнеләр. Ауыл клубында булһа ла теннис уйнау оҫталығын арттырҙылар.
Бына, ниһайәт, бәхет уларға йылмайҙы!

Кемдәр тураһында һүҙебеҙме? Өфөләге 13-сө махсус интернат-мәктәптең X «А» синыфы уҡыусылары, бер туғандар Гөлфиә Арыҫланова менән Регина Ғәдиевалар хаҡында. Улар сентябрҙә «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә коляскала ултырыусы йәштәр араһында теннис буйынса үткән Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, республиканың намыҫын уңышлы яҡланы. Илдең төрлө төбәктәренән – Ҡазан, Һамар, Пермь, Санкт-Петербург, Мәскәүҙән килгән тенниссыларҙы еңеп, Гөлфиә хатта ике тапҡыр – яңғыҙы һәм Регина менән парлы уйнап, алтын миҙал яуланы. Һеңлеһе тағы ла бер үҙе ҡатнашҡан ярышта бронза миҙал хужаһы булды.
– Уйындар бер аҙна бар­ҙы. Бер аҙ арыһаҡ та, онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ. Икенсе төбәктәрҙән килгән балалар менән танышып, дуҫлаштыҡ. Айыу тауға ла мендек. Бик оҡшаны, – ти улар.
Ҡыҙҙар интернат-мәктәпкә Ҡырмыҫҡалы районының Мырҙа ауылынан килгән. Алтынсы синыфтан коляскалы теннис секцияһына йөрөйҙәр. Вячеслав Шамаев етәкселегендә көн һайын, хатта ял көндәрендә лә, ике сәғәт ярым шөғөлләнәләр. Гөлфиә быйыл спорт мастерлығына кандидат булырға ынтыла. Шуға «Аҡбуҙат» ипподромында иппотерапия буйынса шөғөлләнеүен бер аҙға туҡтатып торған. Ә ауылда атта һыбай йөрөүен ташламай. Буш ваҡыты булдымы, фантастик китаптар уҡырға әүәҫләнеп алған, музыка ла тыңлай. Әхирә­те Мәрйәм Иҫәнамано­ва ла үҙен маҡтап бөтә алмай:
– Был мәктәпкә килгәс, урыҫса насарыраҡ белә инем, ул миңә ныҡ ярҙам итте. Әле лә бер-беребеҙгә булышып торабыҙ. Ниндәй­ҙер ярышҡа барһаҡ та, терәк-таяныс булабыҙ. Ауыл­ға ҡунаҡҡа, тыуған көндәргә йөрөшәбеҙ.
Гөлфиәнең ҡатнашмаған конкурсы юҡтыр ул. Фольклор-инструменталь ансамбль солисы булараҡ, «Таланттар балҡышы», «Мираҫ» республика бәйгеләрендә лә көсөн һынап, призлы урындар ала.
Ә Регина канистерапияла бик теләп шөғөлләнә. Хай­уандарҙы бик ярата.
– Эттәрҙе һикерергә, төрлө командаларҙы үтәргә өйрәтәбеҙ. Улар беҙҙе тыңлай. Түңәрәк буйлап йөрөйбөҙ. Үҙемә бик оҡшай, – ти ҡыҙ.
Бына бит мөмкинлектәр сикләнһә лә, ниндәй уңыштарға ирешеп була. Афарин, ҡыҙҙар!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code