Ҡыҙҙар ҙа ҡалышмай

«Беҙҙең балалар бына шундай матурлыҡтар тыуҙыра», – ти Салауат Шәймөхәмәт улы.

Салауат Шәймөхәмәт улы Миңлеғәлин 40 йылдан артыҡ Ҡыҙрас мәктәбендә технология дәресен алып бара. Тәжрибәле уҡытыусы үҙенең бөтә белгәндәрен уҡыусыларына еткерергә тырыша. Элек, уҡыусылар күберәк ваҡытта, бында ҙур оҫтахана, төрлө станоктар бул­ған. Эштәре менән район, республика кимәлендә үткән конкурс­тарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып торғандар. Һынатмағандар. Түңәрәктә шөғөлләнеүселәр һаны егерменән дә кәм булмай. Хәҙер түңәрәк бөтөнләй эшләмәй. Ни өсөн тигәндә, балалар һаны ныҡ ҡына кәмегән.

Айһылыу Мөхәмәтшина: «Ағасты семәрләп биҙәү ныҡ оҡшай».

Хеҙмәт дәресендә күберәк ағас­ты семәрләп биҙәү менән шөғөлләнәләр. Уҡытыусы ағайҙары тегергә лә оҫта. Шуға ла бында малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа тегергә лә, ағас менән эш итергә лә өйрәнә. Ана, ҡыҙҙар махсус бысаҡтарҙы нисек оҫта ҡуллана. Салауат Шәймөхәмәт улы әйтеүенсә, уларға был эш хатта нығыраҡ оҡшай икән. Аш бүлмәләрендә ҡуллана торған таҡталарҙы «һә» тигәнсе эшләп ҡуялар. Юғарыраҡ синыфтарҙа журнал өҫтәлдәре, кейем элгестәр, гөл һауыттарын ҡуя торған ҡулайламалар, сыйырсыҡ оялары яһайҙар. Ә былар – барыһы ла хужалыҡта кәрәк әйберҙәр.
Материалды Салауат Шәймөхәмәт улы ҡыштан уҡ үҙе әҙерләй. Йүкә ағасынан таҡталар ярып, һәр береһенә етерлек итеп килтереп ҡуя. Балалар өсөн бер нәмә лә йәл түгел, ти ул. Үҙ эшен яратҡан кешеләр генә шулай ваҡыт менән дә, аҡса менән дә иҫәпләшмәйҙер инде.

Х. ХӨСӘЙЕНОВА.
Дәүләкән районы, Ҡыҙрас мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code