Ҡыҙҙарға биҙәүестәр оҡшай

Шамонин ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында «Ҡояшҡай» төркөмө «Башҡорт кейеменең матурлығы» исемле фольклор байрамы ойошторҙо. Ата-әсәләр балаларына матур, ҡупшы башҡорт кейемдәре текте, би­ҙәүестәр әҙерләне. Ҡыҙҙарға һаҡал, селтәрҙәр эшләнеләр.

Байрамдан һуң.

Ҡыҙҙар мода күрһәтә.

Байрам тантанаһы бәләкәстәрҙең мода күр­һәтеүе менән башланып китте. «Ҡо­яш­ҡай»ҙар ете ырыуға бүленеп, улар­ҙың там­ғаһын, ағасын, ҡошон һәм оранын әйтте. Үҙ ырыуына ғына хас биҙәүестәрҙе, һаҡал-селтәрҙәрҙе маҡтап, шиғырҙар һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр. Кескәйҙәр­ҙең үҙ милләтенә, уның тормош-көнкүрешенә ҡыҙыҡһыныуы ата-әсәләрҙе лә, ҡунаҡҡа килгән ағинәй Рәйфә Фирғәли ҡыҙы Вәлиеваны ла бик ҡыуандырҙы. Ҡыҙ­ҙарға селтәрҙәр ныҡ оҡшап ҡалды, көн дә кейеп йөрөргә теләк белдерҙеләр.
Һәр баланың үҙ биҙәүесе булыуы уларҙың күңелдәрендә матурлыҡ хи­сен, милләт өсөн яуап­лы­лыҡ той­ғоһон үҫтерә. Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙарының селтәре хә­ҙерге заман ҡыҙҙарына ла, әсәйҙәренә лә бик оҡшай. Һәр байрамға ошо матур һаҡал-селтәр­ҙәр кейеп йөрөргә һөйләштек.
Эйе, бөгөн балалар башҡорт рухлы булып, телде белеп, яратып үҫһен өсөн кескәйҙәрҙе бишек йыры, әүрәткес, ти­ҙәйткес, әкиәт менән таныштырыу ғы­на түгел, фольклор байрамдарын да үткәрергә кәрәк.

Лилиә СЫҢҒЫҘОВА.
Өфө районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code