Ҡурсаҡтар байрамында

Ниндәй генә ҡыҙ бала бәләкәй сағында ҡурсаҡ уйнап үҫмәне икән? «Әсәй» булып уларҙы әүрәтеү, урау, бишек йырҙарын көйләп «йоҡлатыу», йылдар үткәс, шул ғәмһеҙ саҡтарҙы хәтерләү… Ошо мәлдән ҡыҙҙарҙа әсәлек эске һиҙеме һалына. Уларҙы ситтән күҙәткәндә лә һоҡланып, йылмайып ҡуяһың.
Бына әле лә ҡыҙҙарҙың берәүҙәре ҡурсаҡтарын ҡосаҡлап, кемеһелер коляскаларға һалып этеп, мәктәпкә ағылды. Улар «Ҡурсаҡтар байрамы»на ашыға. I – IV синыф ҡыҙҙары өсөн үткәрелде байрам.

Башта башланғыс синыф уҡытыусылары Рәзилә Таштимер ҡыҙы Дәүләтбаева һәм Миләүшә Сәрүәр ҡыҙы Лоҡманова ҡурсаҡтар тарихы менән таныштырҙы. Уларҙың ниндәй генә төрө юҡ икән! Экрандан ҡурсаҡтарҙың һүрәттәрен, яһалыу тарихын ҡыҙыҡһынып күҙәттек.
Артабан һүҙ ҡыҙҙарға бирелде. Ҡурсаҡтарын ҡәҙерләп кенә күкрәгенә ҡыҫҡан 14 бәйгесе алға сығып теҙелде. Яратҡан уйынсыҡтары менән таныштырып, улар тураһында шиғыр һөйләнеләр. Исемдәре лә ниндәй бит әле: Йәмилә, Сәлимә, Гөлгөнә, Нәйлә, Наҙгөл, Айһылыу, Нәркәс, Гөлфиә, Әлиә… Был эшкә етди ҡараған ҡыҙҙар. Киләһе турҙа уҡыусылар «бәпәй» ураны. Ҡулдары килешеп тора бит әле. Шулай булмай, ҡатнашыусыларҙың яртыһы ғаиләлә апай кеше бит. Уларҙың өйҙәрендә берешәр, икешәр, хатта өсөшәр кесе туғандары бар.
Киләһе һынауҙы башлар алдынан ҡыҙҙар уҡытыусылары менән берлектә бишек йырын башҡарҙы, унан һәр береһе «бәпәй» йоҡлатып ҡараны. Быларҙан тыш, бәләкәй һылыуҡай­ҙар «бәпес»тәренә матур һүҙҙәр әйтте, уларға арнап шиғырҙар сығарҙы, сослоҡта көс һынашты.
Байрам һуңында күмәкләшеп фотоға төшкәс, уҡытыусы апайҙары төрлө тәмлекәстәр һәм бүләктәр таратып, ҡыҙҙарға тормошта кәрәк буласаҡ аҡыллы кәңәштәрен еткерҙе.
Алтылағы – алтмышта, ти халыҡ мәҡәле. Әлеге көндә ҡурсаҡтарын матур итеп әпәүләгән, бишек йырҙарын көйләгән ҡыҙҙар киләсәктә яҡшы әсәй булып үҫер әле. Ә ошо матур байрамды ойошторған Миләүшә Сәрүәр ҡыҙы һәм Рәзилә Таштимер ҡыҙына ҙур рәхмәт. Эштәре гел уң булһын уларҙың!

Альбина САДИҠОВА.
Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code