Ҡурҡыныс сир ул

Илебеҙҙә көндән-көн наркотик ҡулланыусылар һаны арта бара. Уның ҡурҡыныс бер сир икәнен барыһы ла белергә тейеш. Кешенең мейе эшмәкәрлегенә оло зыян килтерә, тыш­ҡы, эске ағзалары зарарлана.

Наркомания – еңә алмаҫлыҡ наркотик матдәләргә ылығыу, уға бәйле булыу ул. Был ылы­ғыуҙан кеше ҡотола алмай. Уға күнеккән организм ҙур ихтыяж кисерә, уны ҡәнәғәтләндереү өсөн кеше алдашыуға, урла­шыуға, хатта үлтереүгә барып етергә мөмкин.
Ә был сиргә бәйлелекте нисек белергә була һуң? Ауырыуҙың холоҡ-фиғелендә насар яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә. Уҡырға, эшкә йөрөмәй башлай; ата-әсәһе, туғандары менән уртаҡ тел таба алмай, үҙ-ара ыҙғыштар килеп тыуа; инъекция урыны күренә; өйҙән аҡса, төрлө әйберҙәр урлай; ауырыуҙары ҡуҙа; дуҫ-иштәре, таныш-тоноштарынан бурысҡа гелән аҡса һорай; ҡулланмаһа, ҡыҙыу­сан, ярһыуға әйләнә.
Күптәр ауырыу кешене өгөтләү, ҡурҡытыу, яза аша, йәшәгән урынын алмаштырып, айырым бер урында ғына үҙен тотоп ҡына, барыһын да хәл итеп була, тип яңылыша. Уны тиҙ арала дауаларға, белгестәргә күрһәтергә кәрәк икәнен онотмаһа­ғыҙ ине.

Эдуард РӘХМӘТУЛЛИН, «Аҡтау» социаль адаптация үҙәге психиатры.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code