Ҡул эштәрен яраталар

Хеҙмәт дәресендә мәж килә беренселәр. Уҡытыусылары Динә Рәзиф ҡыҙы Лапина әйтеү менән ҡул эшенә ихлас тотонғандар.

– Дәресте ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышам. Күп нәмәләрҙе интернет селтәрендәге төрлө биттәрҙән ҡарап эшләйбеҙ. Ҡайһы берҙәрен «Йәншишмә» гәзитенән дә алам. Әлегә күбеһенсә ҡағыҙҙан төрлө әйберҙәр яһарға өйрәнәбеҙ. Оҫта әсәйҙәр бәйләгән эштәрен дә беҙҙең синыф күргәҙмәһенә килтер­ҙе, – ти уҡытыусылары.
Әлегә бәләкәстәр шул Көйөргәҙе районының Яҡшембәт мәктәбенең беренселәре. Үҫә биргәс, ҙурыраҡ әйберҙәр ҙә яһап, ҡыуандырырҙар әле.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code