Ҡуҙғалаҡлы ҡоймаҡ

Ниһайәт, һағынып көткән көндәр килде. Бөтә донъя йәшеллеккә күмелә. Организмға витаминдар етмәгән саҡ, ә тәүге ашарға яраҡлы үҫемлектәр сыҡты. Шуларҙың береһе – ҡуҙғалаҡ. А, В, С витаминдары, минераль матдәләр күп уның сос­тавында. Әммә был үҫемлектең зыяны ла бар, һаҡ булығыҙ. Ҡуҙғалаҡ кислотаһы бөйөргә һәм быуындарға таш ултырыуға булышлыҡ итә, шуға күрә һеҙҙе был сир борсоһа, ҡулланмауығыҙ хәйерлерәк. Шулай уҡ ризыҡтағы кальцийҙы үҙләштереүҙе тотҡарлау үҙенсәлеге лә бар икәнен онотмағыҙ.

Ҡуҙғалаҡтан төрлөһөн әҙерләргә мөмкин: ҡайнар аш, ҡабымлыҡ, бәлеш. Уның менән балыҡ йә итте лә тултырып бешерергә була. Иң ябай ысул – йәшелсә салатына турап һалып ебәреү. Ә беҙ ҡоймаҡ өсөн эслек эшләп ҡарайыҡ. Бының өсөн 300 грам тирәһе ҡуҙғалаҡ, 200 грамм сыр, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 бешкән йомортҡа, укроп, бер аҙ аҡ май, самалап тоҙ һәм борос алабыҙ. Укроп­ты ваҡ ҡына итеп турап, йомортҡаны һәм сыр­ҙы ҡырғыстан үткәреп, тоҙ, борос һалабыҙ. Ҡуҙғалаҡты турап, тиҙ генә аҡ майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа әҙер массаға һалып, ҡаймаҡ өҫтәп бутайбыҙ. Ҡоймаҡ өсөн эслек әҙер.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code