Ҡояшым минең

Ҡәҙерле әсәйем Гөләйфә Бирғәле ҡыҙы Салауатова Бөрйән районының хозур тәбиғәтле Ҡолғана ауылында иш­ле ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. Олатайым менән өләсәйемдең 6 ҡыҙы, 5 малайы араһында иркәләнеп тә, наҙланып та, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт яратып, егәрле булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, хисапсы һөнәрен һайлай.
1997 йылда оло тормош юлында мәңгелек мөхәббәтен осрата. Атайым Ғәйсәр Хәйҙәр улы менән шул йылда уҡ өйләнешеп, туй үткәрәләр. Ололар әйтмешләй, әсәйем Байназар ауылына килен булып төшөп, шунда таш кеүек ба­та. Атайым менән гөрләтеп донъя көтәләр, дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр, мал-тыуар көтәләр, ҡош-ҡорт аҫрай­ҙар.
Әсәйемде атайым яғынан туғандар, күрше-тирәләре яратып ҡабул итә, хөрмәт менән ҡарайҙар. Ул икмәк бешереүсе һөнәрен үҙләштерә. Үҙ эшен яратып, күңелен биреп, намыҫ менән башҡара. Әлеге ваҡытта әсәйем бәләкәс туғаныбыҙ Динислам менән өйҙә ултыра. Мәк­тәптән ҡайтыуы­быҙға тәмле бәлештәр, ҡоймаҡ, аш бешереп ҡуя. Беҙ белемле, бәхетле һәм иҫән-һау үҫһен өсөн бик күп көс һала. Ул өйҙә булмаһа, күңел­һеҙ, хатта илағы килеп китә.
Әсәкәйем, бөтәбеҙ ҙә һиңә ҡарап һоҡлана­быҙ, үрнәк алабыҙ һәм үҙеңде ныҡ яратабыҙ. Ер йө­ҙөндә кешеләргә ҡо­яш нисек кәрәкһә, һин дә шулай беҙгә ҡәҙерле.
Әсәйҙәребеҙ сирләмәһен, иҫән-һау булһын өсөн уларҙы рәнйетмәйек, йөрәктәренә ут һалмайыҡ һәм гел ҡыуандырып ҡына торайыҡ үҙҙәрен.

Лилиә САЛАУАТОВА, VII «А» синыфы уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code