Ҡояш нурҙарын һибә

Еремә матур яҙ килде,
Ҡояш нурҙарын һибә.
Инде ҡарҙар иреп бөттө,
Ерҙәр һурыға, кибә.

Йылы көндәргә ҡыуанып,
Бөжәктәр сыҡты ергә.
Умырзая баш ҡалҡытты,
Шатланып сыуаҡ көнгә.

Тауҙар ҡарҙарҙан әрселде,
Ағастар япраҡ яра.
Моңло ҡош тауыштары ла
Ишетелә һәр ҡайҙа.

Айҙар ЗАРИПОВ, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Манышты мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code