Ҡояш кеүек берәү генә

Әйтегеҙ әле, иң матур, иң яғымлы, йөрәккә наҙлы һүҙ ниндәй? Әлбиттә, әсәй! Ул – Ер йөҙөндә иң хәстәрлекле кешеләрҙең береһе. Минең әсәйемдең дә исеме есеменә тап килеп тора. «Сәлимә» матур, яғымлы, тырыш кеше тигәнде аңлата. Әсәйемдең һәр ваҡыт хәстәрлекле булыуы ла, яғымлылығы ла, гел матур булып ҡалыуы ла һоҡландыра. Ул Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡыусыларын шул тиклем ярата, уларға яңы үрҙәр яуларға ярҙамлаша, бөхтәлеккә, эшһөйәрлеккә өйрәтә. Әсәйемде бөтәһе лә белә, үҙен хөрмәт итеп, күргән һайын һаулыҡ һорашып үтәләр.

Мин дә ҡәҙерлемә һоҡланып бөтә алмайым, ҡулымдан килгәнсә уға ярҙам итергә тырышам. Мәктәптән һәр көн «бишле» билдәләре алып ҡайтып ҡыуандырам. Байрамдарға төрлө-төрлө матур бүләктәр әҙерләйем. Ә ул мине иркәләп, һәр саҡ яратып, арҡамдан йылы, йомшаҡ ҡулдары менән һөйөп ала.
Әсәкәйемде бик яратам! Сөнки ул мине һәр саҡ аңлай, файҙалы кәңәштәрен бирә. Ҡояш донъяла берәү булған кеүек, әсәйҙәр ҙә берәү генә. Шуға ла ҡәҙерҙәрен белеп, һәр ваҡыт ҡыуандырып ҡына торайыҡ, тырышып уҡыйыҡ, дуҫтар.

Элина БИКБУЛАТОВА, VI «В» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡтағы 4-се лицей.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code