Ҡояш кеүек балҡый күңелдәр

«Ҡояшҡай» лагерына йөрөүселәрҙең кемеһе велосипед, бәғзеһе автобус менән мәктәпкә ашыға, сөнки уларҙы бында ҡыҙыҡлы саралар, телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр, алсаҡ вожатыйҙар көтә.

Тәүге көндәрҙең һал­ҡынса булыуы ла ҡурҡытманы беҙҙе. Балаларҙы яҡлау көнөнә, Ғаилә йылына, тыуған төйәккә бағышлап бик күп ижади конкурстар, викториналар ойошторҙоҡ. Иң-иңдәр ҙә билдәләнде. Һүрәттәр бәйгеһендә Диниә Ғөбәйҙуллина, Эльмира Мусина, Гөлфинә Ғилданова, Ирина, Рушан, Руслан Китаповтар еңеүсе бул­һа, викторина һорау­ҙарына яуап биреүҙә Раил Мазаев, Илназ Шәрәфиев, Ратмир Баһманов, Альбина Хәбибуллина, Ангелина, Маргарита Имановалар, Элина Сәмиғуллиналар әүҙем ҡатнашты.
Спорт ярыштары, күмәк уйындар сәмле үтте. Балалар бигерәк тә «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Һунарсы менән өйрәктәр», «Буяу алыш» уйындарын яратып уйнаны.
«Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!» бәйгеһендә йыр-моңдар яңғырап торҙо. Йәш гармунсыларҙың «Салауат күпере» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Раил Мазаевтың тальян моңдары, «Иң-иңе» район ярышы призёрҙары – бер туған Диниә һәм Ислам Ғөбәйҙуллиндарҙың гимнастик сығыштары, Илнур Бәҙретдинов менән Илназ Шәрәфиевтең өҙҙөрөп бейеүҙәре сараға йәм өҫтәне.
Һыу буйында ҡыҙынып ятыр мәлдәрҙе район үҙәгендәге бассейн алыштырҙы. Аҙна һайын беҙ унда ашыҡтыҡ. Балалар үҙҙәрен һыуҙағы балыҡтай хис итте: рәхәтләнеп йөҙҙөләр, уйнанылар, һикерҙеләр. Ошо уңай­ҙан бассейн хеҙмәткәрҙәренә ата-әсәләр, мәктәп исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Бына, ниһайәт, бөтәбеҙ ҙә һағынып көтөп алған ҡояшлы көндәр ҙә килеп етте. Ял дауам итә. Балаларҙы шишмә-йылғалар, быуа буйҙары, тәбиғәткә экскурсиялар көтә хәҙер.

Рәмзилә ХӘЗИМУЛЛИНА, Лира СИТДЫҠОВА, вожатыйҙар.
Илеш районы, Бишҡурай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code