Ҡотоевтарҙың ҡотло йорто

Бына улар – Ҡотоевтар.

Баймаҡ районы Буранбай ауылынан килгән был ғаилә менән баш ҡалала Башҡорт ғаи­ләһе көнө уңайынан үткән «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» фестиваленең гала-концертында танышҡайныҡ. Гөлдәр Рәжәп ҡыҙы менән Руслан Сәғәҙи улы Ҡотоевтар 25 йыл бергә йәшәп, биш балаға ғүмер биргәндәр.

Өлкән ҡыҙҙары Лилиә Сибай медицина колледжында белем алып, шәф­ҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Йылайыр районы Һабыр ауылы егете Илсур менән сәстәрен сәскә бәйләп, Әминә тигән ҡыҙ үҫтерәләр. Фидалиә фи­зика-математика факультетын тамамлап, баш ҡалалағы Солтан Бикеев исемендәге һөнәрселек колледжында уҡытып йөрөй. Ильяс Сибайҙағы музыкаль колледжда I курста белем ала. Ә Вилиә менән Илназ әлегә мәктәп йәшендәләр. Барыһы ла атай-әсәй­ҙәренә оҡшап талантлы, егәрле булып үҫеп киләләр. Йырға-бе­йеүгә оҫталар, төрлө конкурстарҙа, спорт ярышта­рын­да ҡатнашалар. Еңеү­ҙәр яулап, тыу­ған Буранбай ауылының данын арттыралар.
– Fаилә йылы беҙҙең өсөн уңышлы булды. Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» конкурсында «Буранбай сәсәндең йырсы вариҫтары» номинацияһында еңеү яуланыҡ. Был – республика кимәлендә үткән бәйге, шуға беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Вилиә ҡы­ҙым Баймаҡта уҙған «Яҙғы тамсылар», «Оҙон көй» йыр бәйгеләрендә – I, «Алтын сапсан» Бөтә Рәсәй фестивалендә – II, «Ирәндек моңдары»нда III урындар алып ҡыуандырҙы. «Байыҡ» балалар бейеү конкурсынан лауреат булып ҡайтты, ә яҡ­шы уҡығаны өсөн район депутатының бүләген дә алды, – тип шатлыҡтары менән ур­таҡлашты Гөлдәр Рәжәп ҡыҙы.
Ильяс ошо көндәрҙә генә Туймазыла үткән «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнашып, диплом һәм махсус призға лайыҡ булған. Афарин!
Атаһы ла халыҡ йырҙарын оҫта башҡара бит. Әлеге көндә ғаилә башлығы үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын булдырып, һыйыр малын үрсетеү менән мәш­ғүл. Мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән ҡатыны иһә аш-һыу­ға оҫта. Заказдар ҙа ҡабул итә. Икмәген дә, тортын да бешерә. Күп итеп мал тоталар. Уңған хужабикә кешегә эремсек, май, ҡаймаҡ әҙерләп тә һата.
Эшләйем тиһәң, бер нәмә лә ҡаршы тормай. Гөлдәр ханым түшелдерек, иҙеү кеүек боронғо биҙәүес әйберҙәрен яһауға ла оҫтарып алған. Килеп тороп бейеүгә шәп. Ғаиләләре менән сы­ғыштарын кинәнеп ҡараныҡ.
Уларҙың уңғанлығына һоҡ­ланмаған кеше юҡ. Үҙҙәре һалып сыҡҡан ике ҡатлы йорттары ла бында ниндәй кешеләр йәшәгәнен әллә ҡайҙан белдереп, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра бит.

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code