Ҡотҡарыусы булырға теләй

Йәрмәкәй районының Яңы Турай ауылында була был хәл. Ошо йылдың ғинуар айында II синыфта уҡыусы ике малай тюбингта шыуырға юллана. Йылға янынан үткәндә Өфөнән килеүсе берәүһе боҙға төшөп, аяғы менән тибеп ҡарай. Ныҡлы ғына һымаҡ күренә, баҫһаң, күтәрерлек кеүек. Әммә боҙ ҡапыл ярылып, малай һалҡын һыуға төшөп китә. Үҙе ҡысҡыра һәм бата башлай. Әлдә икенсеһе – Фәдис Сәлимгәрәев яҡында була. Ул ҡаушап ҡалмай, йүгереп килә лә дуҫына ярҙамға ташлана. Тиҙ арала һыуҙан тартып сығара. Бергәләп Фәдистең өләсәһенә юлланалар. Унда өшөгән малайҙы кейендереп, йылытҡас, ата-әсәһенә хәбәр итәләр.

Фәдистең әсәһе был хәбәрҙе ишеткәс, тәүҙә ҡурҡып ҡалһа ла, улы менән бик ғорурлана.
– Фәдис – өс бала араһында иң кесеһе. Беҙ улыбыҙҙың табип булыуын теләйбеҙ, ә ул был хәл булғансы уҡ үҙен ҡот­ҡарыусы итеп күрә ине, – ти Гөлназ ханым.
Һигеҙ йәшлек герой Бәләбәйҙә насар күреүселәр өсөн махсус мәктәптә уҡый. Синыфтарында ла алдынғылар рәтендә, дәрестә әүҙем икән. Китапты ҡыс­ҡырып уҡырға ярата. Синыф һәм мәктәптә үткән сараларҙа ихлас ҡатнаша. Был ҡыйыу­лығы өсөн Фәдис Сәлимгәрәев Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Һыуҙа батып барыу­сыны ҡот­ҡарғаны өсөн» билдәһенә тәҡдим ителде.

Г. РАМАҘАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code