Ҡоштар ярҙам көтә

Ер өҫтөн ап-аҡ мамыҡтай йомшаҡ ҡар ҡапланы. Тышта шундай саф һауа, күңелдә лә ҡыштай аҡ уйҙар, ниндәй­ҙер мөғжизә.
Тап ошо ваҡытта бар тәбиғәт ял итә. Урман хужаһы айыу ҙа ҡышҡы йоҡола. Урман йәмен бары тик ҡанатлы дуҫтарыбыҙ биҙәй.

Башҡортостанда етмешләп төр ҡош ҡышлай. Ала ҡар­ға, һайыҫҡан, турғайҙар, сәүкәләр, тумыртҡа, ҡыҙылтүш, ҡарабаш турғай, ҡоҙғон, күгәрсен, ҡор, өкө, ябалаҡ… Уларҙың һәр береһе урманға ниндәйҙер йәнлелек өҫтәй. Ҡышын ҡоштар кешеләргә яҡыныраҡ булырға тырыша. Шулай уларға ашарға табыуы еңелерәк. Тамаҡ туҡ булһа, йылыраҡ та, һыуыҡ ҡурҡыныс түгел. Ҡышын төрлө ҡоштар бер тупҡа йыйыла. Бергәләп еңелерәк бит. Берәүһе аҙыҡ таба икән, икенселәренә хәбәр итә. Хәүефһеҙерәк тә: берәүҙәре серем иткәндә бүтәндәре күҙ-ҡолаҡ булып тора. Шуның өсөн йәйен үҙе генә йәшәргә яратҡан ҡоштар ҙа ҡышын ҡош тубына килеп ҡушыла.
Беҙҙең баҡсала балан, миләш, сейә, ҡарағат һәм баш­ҡа ағас, ҡыуаҡ үҫә. Емештәре менән төрлө ҡоштар туйына. Мәҫәлән, миләште турғайҙар ашап бөтөрөп китте. Һуңғы ваҡытта көндәр бик һыуынғас, ҡустым Вадим баҡсаға эйәләшкән турғайҙар өсөн тағараҡ яһап, алмағасҡа элеп тә ҡуйҙы. Ҡоштар өйрәнеп алғас, уның эсенә инеп ашай башланы. Ә ҡай­һылары емде алалар ҙа ботаҡҡа ултырып, көнбағыштың ҡабығын суҡып яра ла емеше менән туйына.
Ашарҙарына бөтһә, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тәҙрәне туҡылдата, ҡанаттарын ҡағып-ҡағып, иғтибарҙы йәлеп итергә тырыша башлай. Беҙ шунда уҡ ҡустым менән баҡсаға йүгерәбеҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар, тиҫтерҙәр! Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар. Улар ҙа, кешеләр кеүек, тәбиғәт балалары. Айырыуса ошондай һалҡын көндәрҙә беҙҙән ярҙам көтәләр. Ҡоштарҙы хәлебеҙҙән килгәнсә хәстәрләйек, әйҙәгеҙ, тағараҡтар эләйек!

Зилиә БУРАНБАЕВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code