Ҡоштар рәхмәте

Ҡоштарға аҙыҡ табыуы ҡыйынлаша. Һал­ҡындар ҙа үҙәккә үтә. Шуға ла йыл һайын тағараҡтар яһап эләбеҙ. Малайҙар үҙҙәре эшләһә, ҡыҙҙарға атайҙары, ағайҙары ярҙам итә.

Йорт янындағы баҡсаларға, мәктәп тирә­һендә үҫкән ағастарға эленгән тағараҡтар­ға ярма, бойҙай, көнбағыш, икмәк валсыҡта­ры һалабыҙ. Ә үҙебеҙ ситкәрәк китеп, ҡоштарҙы күҙәтәбеҙ. Тәүҙә береһе килә, аҙаҡ икенсеһе, өсөнсөһө яҡынлаша. Бишәү-алтау булып китәләр. Тамаҡтары туйғас, тауыштары ла көрөрәк һәм күңеллерәк була башлай. Ә беҙҙең күңелдә – шатлыҡ! Ҡоштар рәхмәте яҙ, йәй көндәрендә йәшеллек булып беленер. Улар ағастарыбыҙҙы ҡоротҡостар­ҙан һаҡлай бит.

Илнар ҒӘЛИШИН, III синыф уҡыусыһы.
Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code