Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар

Ҡоштар – Ер йөҙөндәге иң изге йән эйәләре. Уларҙан күпме файҙа күрәбеҙ. Әгәр ҙә беҙ илебеҙҙәге бөжәк ашаусы ҡоштар: тумырт­ҡа, сыйырсыҡ, ҡарабаш турғайҙарҙы һаҡлаһаҡ, урман һәм баҡсаларыбыҙ ҡорот­ҡостарҙан зарар күрмәҫ ине. Тормошобоҙҙоң йәме һәм тәбиғәтебеҙҙең матур бер өлөшө лә булып тора улар. Элек-электән кешеләр ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған. Улар һымаҡ бейеккә осорға, моңло итеп йырларға хыялланған. Халыҡ араһында ла оҫта йырсыны – һандуғасҡа, ҡыйыу көрәшсене – бөркөткә, һылыу ҡыҙҙар­ҙы ҡарлуғасҡа тиңләйҙәр, һөйгән йәрҙәренә лә яратып, аҡҡошом, тип өндәшәләр.
Ҡоштарҙың бәләкәйе, ҙуры, оҙон, бәләкәй суҡышлыһы, төрлө төҫлөһө һәм тауышлыһы була. Беҙҙең яҡта тумыртҡа, турғай, сыйырсыҡ, һандуғас, һайыҫҡан, ҡарсыға һәм бөркөттәр йыш осрай. Һәр ҡоштоң үҙ үҙенсәлектәре, яҡшы сифаттары бар. Улар­ҙың һәммәһе лә тәбиғәткә бик ҙур йоғонто яһай.
Йыл һайын ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың йылы яҡтан ҡышлап ҡайтыуын һағынып көтөп алабыҙ. Һайрауҙары күңелдәрҙә мәңге тын­маҫ матур моң булып ағыла. Улар үҙҙәре лә тормоштоң йәмен тоя, күрә, һиҙә белә. Осоп йөрөп, тирә-яҡты күҙәтә, тыңлай, һоҡлана.
Дуҫтар, әйҙәгеҙ, уларҙы ҡур­ҡытмайыҡ, ояларын туҙҙырмайыҡ. Яҙ көндәре тыуған еребеҙҙе һағынып ҡайтҡан ҡоштарҙы ҡәҙерләп ҡаршы алайыҡ.

Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code