Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар

Был көнгә башланғыс синыфтар оҙаҡ һәм ныҡлап әҙерләнде. Һәр яҙ уны билдәләү беҙҙә матур бер йолаға әйләнде. Алдан уҡ төрлө конкурстар иғлан ителде. Атай-әсәйҙәре менән бергәләп балалар сыйырсыҡ оялары яһаны, һүрәттәр төшөрҙө, төрлө материалдар ҡулланып, ҡоштарҙы һынландырҙы. Ә I ««А» синыфы уҡыусылары Артур Вольский­ҙың «Рогатка» тигән әкиәте буйынса тамаша күр­һәтте.

Беренселәр сыйырсыҡтарҙы һәм башҡа ҡоштарҙы ҡыйырһытырға ярамағанлығы хаҡында һөйләне. Әкиәттәге төп герой Михась һәм уның дуҫы Бесәй һымаҡ рогатканан да атырға ярамай. Сөнки ҡоштар баҡсаларыбыҙҙы ҡоротҡостарҙан һаҡлай, кешеләргә оло ярҙам күрһәтә. Килгән ҡунаҡтарҙы бәләкәстәр ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн оялар, тағараҡтар яһарға саҡырҙы.
Атай-әсәйҙәр көсө менән матур итеп өҫтәл дә әҙерләнгәйне. Тәмле ризыҡтар менән һыйланып, сәй эсеп алғас, атайҙар сыйырсыҡ ояларын урамға сығарып элде.
Балаларҙың шатлығының сиге юҡ ине. Яңы йорттары ҡанатлы дуҫтарының барыһына ла, һис шикһеҙ, оҡшаясаҡ.

Ләйсән ШИШОВА, башланғыс синыф уҡытыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code