Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле балалар, атай-әсәй­ҙәр, олатай-өләсәйҙәр!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!

Һеҙҙе бөтә донъя мосолмандарының изге байрамы – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайым. Аллаһы Тәғәлә эшләгән изгелектәребеҙҙе, салған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итеп алһын. Ике донъяның да бәхет-сәғәҙәттәрен насип ит­һен. Һәр ғаиләгә татыулыҡ, ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхет, күңелдәребеҙҙең сафлығын, рух ныҡлығы һәм таҙалығы бирһен! Ҡорбан ғәйете – ислам диненең иң оло байрамдарының береһе. Ул Ураҙа байрамынан һуң етмеш көн үткәс билдәләнә. Байрамдың төп мәғәнәһе – тарихи нигеҙебеҙгә ҡайтып, изгелек һәм мәрхәмәтлек ҡылырға өйрәнеү. Был көндө ҡорбан ителгән малдың өстән ике өлөшө ярлыларға, мохтаждарға һәм күршеләргә таратылып бирелеүе лә Аллаһ хөрмәтенә изге эштәр башҡарыуҙы тәрбиәләй.
Ошо изге көндә Ер йөҙөнөң төрлө тарафтарынан миллионлаған мосолман изге Ҡәғбәтулла янында ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәй. Ул мосолмандар­ҙы берләштереп, бер-береһе менән таныштыра, оло бер тәрбиәүи мәктәп булып тора. Беҙҙең Башҡортостандан да 190 кеше изге сәфәрҙә йөрөй. Улар­ҙың юлдары хәйерле бул­һын, күңелдәрен пакландырып, имандарын яңыртып, иҫән-һау ҡайтырға яҙһын.
Байрам – ул донъялар именлегенә һөйөнөү, иман яңыртыу, игелекле ғәмәлдәрҙе ишәйтеү, шуға өйрәнеү көндәре. Аллаһы Раббыбыҙ бөтәбеҙгә лә тәүфиҡ биреп, ҡушҡандарын үтәп, тый­ғандарынан тыйылып йәшәүебеҙҙе насип итһә ине. Рәсәй һәм ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген яҡты һәм нурлы, ғаиләләребеҙҙең бәхетле, ил-көндәребеҙҙең тыныс булыуын күреп ғүмер итергә яҙһын.
Бөгөн икеләтә байрам: Ҡорбан ғәйете һәм Белем көнө. Ҡәҙерле уҡыусылар, тырышып уҡығыҙ, күркәм тәрбиә, юғары белем алып, халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең, Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы кешеләре булып үҫегеҙ.
Донъяларыбыҙҙа – именлек, араларҙа – татыулыҡ, ил-көндәребеҙ тыныслыҡта торһон. Киләһе байрамдарҙы ла шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә ҡаршыларға насип булһын.

Айнур хәҙрәт АРЫҪЛАНОВ,
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code