«Ҡоламаҫ өсөн ҡыбырларға кәрәк!» – ти Ғәзинур

Исем-шәрифең: Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов.
Уҡыған мәктәбең, синыфың: Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республи­ка башҡорт интернат-гимназияһының X «А» синыфы уҡыусыһымын.
Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: математика олимпиадаһында – республика буйынса, физика олимпиадаһында ҡала буйынса призёр булдым. Еңел атлетика буйынса республика чемпионатында еңеп сыҡтым, 9 Май эстафетаһында – III, ҡала бәйгеһендә 800 метрға йүгереүҙә икенсе урын яуланым. Тәбиғәт ғилеме буйынса «Йондоҙ» олимпиадаһында ла призёр булып ҡыуандым.

Яратҡан шөғөлөң: гитарала уйнайым, интернетта ваҡыт үткәрәм, дуҫтар менән аралашам.
Ниндәй фәндәр оҡшай? Бөтәһе лә берҙәй ҡыҙыҡ.
Мәктәп – һинең өсөн… балалар үҙенә нимә оҡшағанын, оҡшамағанын аңлаған, киләсәктә үҙен кем итеп күрергә ярҙам иткән урын. Мәҫәлән, берәү биологияны яратып, үҙен зоолог тип күрә башлай. Әгәр белем усағы булмаһа, биологияның нимә икәнен дә белмәҫ ине.
Кумирың: төрлө өлкәлә – төрлө кумир.
Буш ваҡытыңда күңелеңә ятҡан шөғөлдәр: гитарала уйнау, ҡайһы берҙә психология менән бәйле китаптар уҡыйым.
Интернет селтәренә бүлгән ваҡытың: 3 – 4 сәғәт.
WhatsАpp, «Бәйләнештә», «Facebook», инс­таграмм – һинең өсөн… кешеләр менән аралашыу ысулы, тик күп ултырырға яратмайым. Файҙалы нәмә тапмаһам, сығам.
Үҙ иткән спорт төрөң: еңел атлетика һәм бокс менән шөғөлләнәм.
Тормош девизың: «Ҡоламаҫ өсөн ҡыбырларға кәрәк!»
Киләсәккә уй-хыялдарың: хыял табып, шуға ынтылырға.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code