Ҡолаҡлы терпе

Әбейҙәр сыуағының күркәм мәлдәре хөкөм һөрә. Әб­йәлил районында сәйәхәттә­мен. Бер көндө төштән һу­ңыраҡ дуҫтарым тә­биғәт ҡо­са­ғына алып сыҡты. Усаҡ яғыр өсөн махсус тәғәйенләнгән урынға туҡталдыҡ: яланда ут ҡотон тойоу үҙе бер бәхет бит ул!
…Сытыр-мытырға тип, урман ауыҙына китеп барышым. Эңер ҡуйырып килә. Һиллек. Ерҙә ниҙер ҡыштырлай. Һарғайып ҡойолған ҡоро япраҡтарҙы ел ҡуҙғатамы? Иғтибарлап баҡһам, аптырап ҡалдым: бәләкәс кенә йән эйәһе күҙемә туп-тура ҡарап торасы! Терпе, тиһәң, йомарланырға ашыҡмай, түгел, тиһәң, ҡыҫҡа ғына энәләре бар. Ә ҡолаҡтары ҡайһылай ҙур үҙенең, юрый йәбештереп ҡуйған кеүек.

Шулай аптырап тороуымды һиҙептер, әлеге йән эйәһе шәп итеп йүгереп, урман эсенә инеп тә китте, тәпәйен дә күрмәй ҡалдым.
– Ҡолаҡлы терпене осратҡанһыңдыр, моғайын, – тине дуҫтарым.
Ҡолаҡлы? Осло томшоҡло, оҙон энәле ғәҙәти терпене күргәнем бар, әлбиттә. Бындайын бер ҡасан да. Бер йылды көҙгө эңерҙә «фыр-фыр» итеп киске һунарға сыҡҡан терпегә юлыҡҡайным. Көндөҙ йөрөмәй ул, өңөндә йоҡлап ята. Сыс­ҡан йә тәлмәрйен тота, төрлө бөжәктәрҙе лә аулай. Хатта йыландан да ҡурҡ­май, тотоп ашай ала, ағыуланмай ҙа. Ҡара йылан саҡһа ла бирешмәй ул – ана ниндәй батыр йәнлек!
Ҡолаҡлы терпе лә оҫта һунарсылыр әле!?

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code