Ҡойолған япраҡтарға – яңы һулыш

Ҡыҙғылт, һары ҡанаттарын йәйеп, тағы көҙ килде. Әүәлгесә көндәр йылы, ҡоро тора, алтын япраҡтар тын ғына ҡойола. Ҡала өҫтөнән йылы яҡтарға ҡыр ҡаҙҙары ла осоп үтте. Улар болон, урмандар шауын, тауҙар йәшеллеген үҙҙәре менән йылы яҡтарға, диңгеҙ буйҙарына алып китте. Көр­һөнөп тә ҡуяһың, моңһоу ҙа булып ҡала. Ни эшләйһең, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар, әммә бойоғорға ярамай. Тыуасаҡ көндәр менән хыялланып йәшәргә кәрәк.
Бына бөгөн дә мәж килә балалар, көҙҙөң байлығы – ҡойолған япраҡтар араһынан иң матурҙарын ғына һайлап йыялар. Улар хеҙмәт дәресендә яңынан йәшәйеш табасаҡ. Көҙгө япраҡтарҙан төрлө-төрлө биҙәктәр яһарҙар әле.

Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code