Ҡазанда еңдек тә ул…

«Салауат Юлаев»тың бындай хәлгә ҡалғаны юҡ ине. Еңелеүҙәр күбәйеп китте. Командала тәртип тә, бер­ҙәмлек тә юҡ кеүек. Быға һаҡсыбыҙ Захар Арзамасцевтың асыҡтан-асыҡ баш тренерыбыҙ менән генераль менеджерыбыҙҙы тәнҡитләүе дәлил булып тора.
Ысынлап та, ни булған юлаевсыларға? Ҡасан ғы­на һәйбәт уйнап китерҙәр? Ныҡ аптыраталар…

Бына әле Татарстанда сираттағы ике уйынын үткәрҙеләр. Түбәнге Камала «Нефтехимик»тан отол­доҡ – 2:3. Тағы ла мәрәй юғалттыҡ инде.
Ә Ҡазанда «Аҡ Барс» менән нисек булыр? Был юлы ла ҡыйратылырбыҙмы? Көйәрмәндәр түҙемһеҙлә­неп көттө алышты.
Уйын «Аҡ Барс»тың өҫтөнлөгө менән үтһә лә, юлаевсылар юғалып ҡалманы. Айырыуса ҡапҡасыбыҙ Бен Скривенсҡа маҡтау һүҙҙәре әйтке килә. Ышаныслы торҙо, күп тапҡыр ҡотҡарҙы. Үҙ ҡап­ҡаһына бер гол да үткәрмәне.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙекеләр 1:0 иҫәбенә еңеп ҡайтты. Берҙән-бер голды һөжүм итеүсебеҙ Антон Бурдасов индерҙе.
Хәҙер юлаевсыларҙы Өфөлә һынау көтә. Беҙгә «Динамо» (Минск) килә. Был уйында ла еңергә кәрәк инде. Һынатмағыҙ, юлаевсылар! Көйәрмәндәр һеҙгә ышана.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code