Әкиәттәй матур бөгөн
Беҙҙең ауыл урамы.
Ап-аҡ ҡарҙар күмеп киткән
Мөйөштәге бураны.
Ерҙәге ҡар бөртөктәре
Оҡшаған күбәләккә.
Улар, гүйә, бейей төҫлө,
Теҙелеп түңәрәккә.
Шау-гөр килеп тау шыуабыҙ,
Көрттәрҙән юлдар ярып.
Беҙгә шулай көс өҫтәй гел
Ауылдың ап-аҡ ҡары.
Зөһрә КАШАПОВА, уҡытыусы.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.