Ҡар аҙ булһа ла…

Тышта ап-аҡ, иртәнсәк ағас­тарға бәҫ һырыһа, бөтә тәбиғәт аҡ шәлгә төрөнгән кеүек матур ғына була. Ҡыш, моғайын, балаларҙың иң яратҡан миҙгелелер. Бала-саға геү килеп сана, саңғы шыуа, конькиҙа йөрөй, ҡар­ҙан төрлө һындар әүәләй.

Беҙгә лә атайым йыл да ихата эсендә ҙур итеп тау эшләп ҡуя ине. Унда үҙебеҙ генә түгел, дуҫтарым да килеп, рәхәтләнеп шыу­ҙыҡ. Тик быйыл ҡар бик аҙ яуыу сәбәпле, тау эшләй алманыҡ. Бер ҡасан да мин бын­дай йылды күргәнем юҡ ине, шуға ла аҙ ғына ҡар яуа башлау менән ныҡ ҡыуанам. Ләкин ышанысым аҡланмай, ул әҙ генә ер өҫтөн ҡаплай ҙа туҡтай ҙа ҡуя.
Ҡыш көнө тағы ла бер яратҡан эшем бар – ул ҡоштарҙы ашатыу. Атайым матур итеп тағараҡ яһап биргәйне, мин уны урамыбыҙҙа таҡта башына ултыртып ҡуйҙым да онотмай ғына ем, икмәк һалып торам. Турғай­ҙар көн дә күстәнәсемде ашап бөтөп кенә тора. Икмәкте ныҡ яраталар, уның менән һыйланғас ҡына ярмаға күсәләр.
Мин тиҫтерҙәремә ҡышты буш­ҡа үткәрмәй, саф һауала күберәк йөрөргә һәм ҡоштарға ла иғтибарлы булырға кәрәк, тип өндәшәм. Сөнки үҙеңдең эшеңдең һөҙөмтәһен күреү бик һөйөнөслө. Ҡоштар ҙа рәхмәт әйтеп, уңыштар теләп ҡала кеүек.

Гүзәлиә САДИҠОВА, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code