Ҡар һыуына барҙыҡ

Манышты ауылының «Шиш­мәкәй» балалар баҡсаһында төрлө байрамдар, иртәлектәр йыш үткәрелә. Яңыраҡ «Ҡар һыуына барыу» йолаһы күрһәтелде. Байрамда ата-әсәләр ҙә, кескәй­ҙәребеҙ ҙә ихлас ҡатнашты.

Балаларҙың барыһы ла башҡорт милли кейемен­дә килде. Оло инәй – Рә­лиә Фәйзрахман ҡыҙы Йомағужина йоланың үҙен­сәлектәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Һыу алып ҡайтыу­ҙы сәхнәләштереү, яҙ тураһында йомаҡтар сисеү, һынамыштар әйтеү, йырҙар һәм бейеүҙәр байрамыбыҙға йәм, рух өҫтәне.
Кескәй төркөм ҡыҙҙары­ның – «Ҡулъяулыҡ», малай­ҙарҙың – «Батырҙар», өлкән төркөм ҡыҙҙарының «Биҙрәләр» бейеү­ҙәре, яҙ тураһында йыр­ҙары бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Боронғо уйын «Күрешеү»ҙе лә хәтергә төшөрөп алдыҡ.
Шулай итеп, байрамдан бөтәбеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Уны үткәреүҙә ярҙам иткәндәре, балаларҙың барыһына ла милли кейемдәр тектергәндәре өсөн ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Ә балалар йолаларыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш.

Әнисә АБДРАХМАНОВА, тәрбиәсе.
Белорет районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code