Ҡарһылыу

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Ҡыш бабай менән Ҡар әбей. Уларҙың берҙән-бер Ҡарһылыу исемле ейәнсәре булған. Бер ваҡыт Ҡар әбей үлеп киткән. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу икәүләшеп кенә донъя көтә башлаған. Татыу йәшәгәндәр.

Ә бер көндө Ҡыш бабай ейәнсәренә:
– Ҡыҙым, тиҙҙән Яңы йыл етә, миңә ауылға барып балаларға бүләктәр тапшырырға кәрәк. Өйҙә яңғыҙ ҡалмайым, тиһәң, әйҙә, ер-һыу күреп ҡайт, – тигән. Ҡарһылыу шунда уҡ өләсәһе тегеп биргән ап-аҡ йылы күлдәген кейеп, матур итектәрен алып, олатаһы менән юлға әҙерләнгән.
Бына беренсе осраған ауылға килеп ингәндәр. Балалар шыршы тирәләй әйләнеп, йырҙар йырлап, Ҡыш бабайҙы ғына көтөп тора икән. Ә инде уның янында һылыу Ҡарһылыуҙы ла күргәс, сикһеҙ ҡыуанғандар, ти. Һәр бер бала үҙ һәләтен күр­һәтеп, бүләктәр алған. Бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.
Ҡарһылыу был байрамдан ныҡ ҡыуанып ҡайтҡан. Шуға ла ул йыл һайын олатаһына эйәреп, балалар­ҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып йөрөй, ти.

Азалиә НАРЫНБАЕВА.
Баймаҡ районы, Күгиҙел ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code