Ҡаныҡай оҫталары

Алтынсы синыф ҡыҙҙары Флорида Мырҙа ҡыҙы менән.

Күп кенә хеҙмәт дәресе бүлмәләрендә булырға тура килә. Күргәҙмә залын хәтерләтә улар. Уҡытыусының эше шунда сағыла ла инде. Ҡаныҡай мәктәбендә лә ҡул эштәрен күреп һоҡландыҡ. Ҡыҙ­ҙар өсөн хеҙмәт дәрестәрен Флорида Мырҙа ҡыҙы Сабитова үткә­рә икән. Оҫта ҡуллы уҡытыусы уҡыу­сыларын да нимәләр генә эшләргә өйрәтмәгән?! Шкаф башында ултырған төрлө матур-матур хеҙмәт емештәрен ҡарап сыҡ­ҡас, эстә ятҡандарын да сығарып, һәр береһенең тарихын, нисек эшләнгәнен һөйләй башланы Флорида апай. Бер картина иғтибарҙы йәлеп итте.

– Был аппликацияны Гөлүзә Ғиләжетдинова һаламдан эшләне. Тәүҙә һәр бер һалам бөртөгөн турайтып, шунан ПВА елеме менән йәбештереп, ошондай рәсем яһаны, – тине уҡытыусы.
VI синыфтан Әлиә Муллағолова ла бик оҫта ҡуллы ҡыҙ икән. Ана, ул яһаған кәрзинде ҡарағыҙ әле: уҡытыусыһы ярҙамында ялтырап торған журнал биттәренән эшләгән уны.

Гөлүзәнең һаламдан эшләнгән аппликацияһы.

– Тәүҙә ҡағыҙҙы төрөп, нәҙек кенә көпшәләр яһайбыҙ. Кәр­зиндең төбө ике ҡат йәбештерелгән ҡағыҙҙан тора. Араларына 5 – 6 cантиметр аша көпшәләрҙе ПВА менән йәбештереп ҡалдыра­һың. Шунан уларҙы бөкләп, ҡал­ған көпшәләрҙе өҫтәп үреп бөтө­рөп ҡуяһың, – тип аңлата оҫтабикәләр.
Мәктәп уҡыусылары төрлө конкурстарҙа ла һынатмай, призлы урындар ҙа яулай. Һигеҙенсенән Гүзәлиә Ғәзизйәнова ҡорама­лар­ҙан мендәр тегеү тураһындағы эше менән Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторған бәйгелә ҡатнаша.
Ҡул аҫтындағы материалдарҙан да һоҡланғыс әйберҙәр әҙерләп ҡуялар. Трикотаж әйбер һүрендеһен ваҡ ҡына киҫәктәргә киҫеп, шуларҙан яһаған пейзаждары ла бик матур килеп сыҡҡан. Оҫта ҡуллы, фантазияға бай уҡытыусыларынан өйрәнәләр инде.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code