Ҡанун бөтәһе өсөн дә бер

Хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ, тиһәләр ҙә, суд, юриспруденция, конституция, кодекс кеүек төшөнсәләр бик аңлайышһыҙ кеүек тойола һәм беҙгә уларҙың ҡағылышы ла юҡ һымаҡ. Күптәр һәр бер аҙымыбыҙ, ҡылған эшебеҙ – бөтә тормошобоҙ ниндәйҙер ҡанундар менән тәртиптә тотолғанын аңлап етмәй. Мәҫәлән, кеше урам буйлап китеп барғанда ла, хоҡуҡ күҙлегенән йәйәүле булып тора һәм ул светофорҙың ҡыҙыл төҫө янғанда урам аша сыҡмаҫҡа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә бурыслы. Уны боҙа икән, машина аҫтына эләкмәгән хәлдә лә, ҡанунды үтәмәгән өсөн яуапҡа тарттырырға мөмкин.

Юҡҡа ғына, йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай, тип әйт­мәй­ҙәрҙер. Бөтә кешеләр йәшәйештәге дөйөм ҡа­ғиҙәләргә буйһонорға, уны үтәргә бурыслы. Шулай ҙа тәртип боҙғандар ҙа, ҡанунды һанға һуҡмағандар ҙа етерлек. Улар үҙ язаһын ала.
Тормоштағы бөтә ҡа­ғиҙәләрҙе беҙ ҡанундар тип атайбыҙ, улар административ хоҡуҡ боҙоу, енәйәт кодекстарына туп­ланған. Ваҡ тәртипһеҙлек өсөн штраф һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ҡулға алыу ҡарал­һа, ә етди тәртипһеҙлектәр өсөн кеше енәйәт яуап­лылығына тарттырыла.
Балалар араһында ла тәртип боҙоусылар булыуы аяныслы. Улар яуаплылыҡҡа тарттырылмай, тиеүселәр ҡырҡа хаталана.
Бына суд практикаһынан бер генә миҫал килтереп китәйек. Имен, етеш булмаған ғаиләләрҙән етенсе синыфта уҡыусы бер нисә бала бушты-бушҡа уҙҙырып, урам ҡыҙырып йөрөп арығас, бер магазинға инеп сыҡмаҡсы була. Унда ишек төбөнә ҡуйылған ауырыу балаға ярҙамға хәйриә йәшниге иғтибарҙарын йәлеп итә. Үтә күренмәле быяла­нан 50, 100, 500 һумлыҡ­тар ныҡ күҙҙәрен ҡыҙҙыра.
Бер нисә көндән аҡсаны ҡулға төшөрөү планын ентекләп уйлап, магазин эргәһенә тағы киләләр. Бер аҙ тапанып тора биргәс, ҡыйыулыҡтарын йыйып, берәүһе ишекте асып, көтөп тора, икенсеһе йәшникте ала ла бергәләп ҡасалар. Яҡын-тирәләге ишек алдында ҡутарып асып, аҡсаһын бүлешеп алалар. Уны уйын автоматтарына һәм тәмлекәстәргә бөтөрәләр. Мажара эҙләүселәр үҙҙәрен бер нисә күҙәтеү камераһы төшөрөп тор­ғанын да уйлап тормай. Шуға эш боҙоу­сылар бик тиҙ табыла. Улар үҙҙә­ренең енәйәт эшләүен, яуап­лылыҡҡа тарттырыла алыу­ҙарына ышанып бөтмәй, ғәжәпкә ҡала. Һуңынан суд ултырышында: «Беҙ башҡа улай итмәйбеҙ», – тиҙәр бер тауыштан, ә берәүһе ҡыс­ҡырып илап ебәрә. Тик был һүҙҙәр бында ҡабул ителмәй, ғәйепләү язаһы сығарыла. Балиғ булмаған балалар полицияға иҫәпкә ҡуйыла, берәүһе бөтөнләй мәктәптән ҡыуыла.
Был миҫалдан ғына күптәрегеҙ үҙҙәренә фәһем алыр, тип ышанабыҙ. Тормошто боҙоуы еңел, ә хаталарын уларға йылдар буйына төҙәтергә тура киләсәк.

Фәнил ТОЛОМБАЕВ, Ленин районы буйынса суд бүлексәһенең мировой судьяһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code