Ҡандракүлдә йәшәйем

Башҡортостанымдың иң матур ерендә йәшәйем: бер яҡта – күл, икенсе яҡта – урман. Иҫ китмәле хозур тәбиғәт, һоҡланмаған кеше юҡтыр! Ауылыбыҙҙың тарихсыһы, ихтирамлы кешеһе Фәсим ағай Ғәшимов тыуған яғыбыҙға арнап шиғыр ҙа яҙған.
Мин ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһына башланым. Һеҙгә лә бер нисә эшемде тәҡдим итәм.

Һәҙиә шишмәһенең тарихы. Ауылда Әхмәтша исемле берәү йәшәгән. Заманына күрә алдынғы кеше булған. Тәүгеләрҙән булып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә башлаған. Ауылға сүлмәктәр алып ҡайтып һатҡан. Үҙҙәренең тап­ҡырындағы шишмәгә иң ярат­ҡан ҡыҙының исемен ҡуш­ҡан. Әле лә ул ултыртҡан тирәк ағасы үҫә.
Бурлы тауы, Мөрйә та­уы. Әлеге «Алмаз» ял йорто урынында бур сығарғандар. Халыҡ уны яндырып, мейес һәм өйҙәрен аҡлар өсөн файҙаланған. Шуға был тау­ҙы Бурлы тау тип йөрөткәндәр.
Мөрйә атамаһын былай аңлаталар.Тауҙың осонда ғына мөрйәгә оҡшаған бер таш ултырған. Хә­ҙер ул юҡ инде, атамаһы ғына йө­рөй.
Ҡарлы тау. Бында ҡар оҙаҡ ята. Исеме шунан килә.

Азамат ӘХМӘТОВ.
Туймазы районы, Ҡандракүл мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code