Ҡама

Милли ба­тырыбыҙ, яугир һәм шағир Салауат Юлаев кейгән йәшел ҡамсат бүрек ниндәй була икән, тип уйлаусылар ҙа юҡ түгелдер. Ҡама тигән йәнлек тиреһенән тегелгән ул, белгегеҙ килһә.
Башҡортостаныбыҙҙа элек күпләп үрсегән һомғол кәүҙәле, затлы тиреле йор йәнлектәр хәҙер барлығы 200-ләп кенә, нәҫелгә генә ҡалған. Әле һуң түгел. Ҡот­ҡарып, һаҡлап ҡалып була уларҙы! Браконьерҙар ҡулынан һәләк булыуҙары етмәгән, тәбиғи шарттар нәзәкәтле ҡамалар өсөн бөтөнләй яраҡһыҙға әйләнеп бара: улар бит саф һыулы, балығы мул булған йылғаларҙы ғына һайлай. Һаҡмар, Ыҡ, Инйәр, Әй, Йүрүҙән, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында, уларҙың ҡушылдыҡтарында ҡамалар осрай әле. Стәрлебаш районында Биш ҡама шишмәһе бар, тау күкрәгенән сығып, урғып аға. Ҡамалары ҡайҙа икән? Исемдәре генә ҡалған…

Иғтибарлы булһағыҙ, бәлки, берәй күрерһегеҙ ҙә әле: ҡамалар күпселек һыуҙа йәшәй, ерҙә өңгән ояһына ла һыу аҫтынан инеп-сығып йөрөй. Оҫта йөҙөүсе һәм таһыллы балыҡсы ул. Тәпәйҙәре йөҙөү өсөн ҡулайлаштырылған – ишкәк тәпәй инде.
Ҡарағусҡыл һоро тиреһе йылҡылдап тора, матур ҙа, сыҙам да, шуға күрә хаҡы ла ҡиммәтле. Төрлө замандарҙа ла ҡама тун һәм бүректәрҙе байҙар, дәрәжәле шәхестәр генә кейгән.
Йырҙарҙа ғына, тундарҙа ғына тороп ҡалмаҫ бит был йәнлек?! Көмөш йылғаларыбыҙ үҙ асылына ҡайтып, уларҙа йылтыр-йылтыр ҡамалар үрсер ҙәһә? Ниндәй шарт бар һуң бының өсөн? Һинең тәбиғәт дуҫы булыуың кәрәк, хөрмәтле уҡыусым, бары шул ғына…

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code