Ҡалала үҫкән, тимәгеҙ…

Ҡалала тыуып үҫеп, ауылға килен булып төшкән кешегә өйрәнеп киткәнсе тормош көтөүе анһат түгелдер ул. Үҙеңде бөтөнләй ят мөхиткә килеп эләккән кеүек хис итәһеңдер, моғайын. Әммә яратҡан кешең, һине аңлаған ҡайның-ҡәйнәң яныңда булһа, барыһына ла өйрәнергә, ауырлыҡтарҙы үткәреп ебәрергә мөмкин. Белорет ҡалаһында йәшәгән Айгөл Ҡунаҡбаева ла Береш ауылына йәйге каникул ваҡытында олатаһы, өләсәһе янына ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Шунда үҙенә ауылдың уңған, тырыш егете ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа уны оҡшата. Йәштәре еткәс, өйләнешеп, матур тормош ҡоралар.

Бергә йыйылған саҡта.

Хәҙер бергә йәшәй башлауҙарына ла егерме йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән. Айгөл ауыл ҡыҙҙары кеүек бесән эшләргә лә, һыйыр һауырға ла, икмәк бешерергә лә өйрәнә. Бы­на тигән балалар тәрбиәләп үҫтерәләр.
– Ҡунаҡбаевтар – ауылыбыҙҙағы иң өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Йорт хужаһы Фират Юлдыбай улы – һөнәре буйынса ветеринария белгесе. Көн дә Асыға йөрөп эшләй. Яҡын-тирә ауылдарға ла сығырға тура килә. Барыһына ла өлгөрә. Ни өсөн тигәндә, тыл яҡшы. Ире өйҙә юҡта бөтә хужалыҡты Айгөл үҙе алып бара.
Фират ауылдың старос­таһы ла булды. Шул ваҡытта ике балалар май­ҙансығы төҙөттө. Мәктәп урамында һуғыш ветерандары иҫтәлегенә обелиск ҡуйҙыртты. Йылға аша баҫма һалдыртты.
Балалары ла үҙҙәренә оҡшап, тырыштар, әүҙемдәр. Ҡунаҡбаевтарҙың өс балаһын да башланғыс синыфта мин уҡыттым. Тик «бишле»ләргә генә өлгәшкән өлкән улдары һәм ҡыҙҙары әле башҡа белем усаҡтарында ла һынатмай. Алмаз Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында X синыфта белем ала. Диана күрше Береш­тамаҡ мәктәбендә VIII синыфта һәйбәт итеп уҡып йөрөй. Төпсөктәре Лилиана әле – өсөнсөлә. Өсөһө лә дәрескә бер ваҡытта ла әҙерлекһеҙ килгәне булманы, – ти улар тураһында уҡытыу­сылары Лилиә Ғәйнулла ҡыҙы Мәхмүтова.
Етеш йәшәй Ҡунаҡбаевтар. Күп итеп мал тоталар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Үҙҙәренең крәҫтиән-фермер хужалығын асҡандар. Һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнәләр. «Романовский» нәҫелле был малдарҙың ауырлығы – уртаса 40 килограмм тирәһе. Тимәк, килем дә һәйбәт. Һарыҡ итенә ихтыяж да ҙур. Айырыу­са Ҡорбан байрамы ваҡытында. Хәләл ризыҡ артынан әллә ҡайҙарҙан киләләр икән. Тағы ла үҙҙәренең таҡта ярыу яйланмаһы бар. Яңыраҡ ҙур итеп йорт һалып ингәндәр. Техникаң булып, ҡулың эш белгәс, артыҡ аҡсаң да сыҡмай. Төҙөлөш материалдары­на ауыл халҡы ла заказ би­рә.
Урамдары төрлө техника менән тулы. Бесәнде лә элекке кеүек ҡул көсө ҡулланып эшләмәйҙәр. Хатта ҙур төргәккә урай торған ҡо­ролмалары ла бар.
Силәгенә күрә – ҡапҡасы, тигән­дәй, Фират Юлдыбай улы ир-егеттәр башҡара торған эшкә маһир булһа, Айгөл Мәжит ҡыҙы – бына тигән хужабикә. Ауылда уңған аш-һыу оҫтаһы булараҡ танылыу яулаған. Салаттар­ҙы, ҡамыр аштарын уға еткереп әҙерләүсе бармы икән? Шуға ҙур байрамдар үткәргәндә күбеһенсә уға мөрәжәғәт итәләр. Ә уңған ханым бер ваҡытта ла: «Юҡ», – тип әйтмәй. Ауылда үҙҙәренең магазиндары ла бар. Хужабикә унда барып эшләп килергә лә өлгөрә. Тағы ла «Әхирәттәр» фольклор төркөмө ағзаһы ла бит әле. Сәхнә өсөн матур кейемдәрҙе лә Айгөл үҙе тегә. Ауылдаштары алдында концерттар менән йыш сығыш яһай­ҙар. Бер байрам да улар­һыҙ үтмәй. Төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашалар. Әйткәндәй, район буйынса уҙған «Инйәр хазиналары» бәйгеһендә беренсе урын ал­ғандар. Берештә оло йәштәге инәй­ҙәрҙең юбилей­ҙары ла былай ғына уҙып китмәй. «Әхирәттәр» үҙҙәре бүләк алып, өйҙәренә барып ҡотлайҙар, концерт күрһәтеп, ҡыуандырып китәләр.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында Айгөл лобзик менән таҡтаны семәрләп киҫеп, барыһын хайран иткән. Урамдарында беседка төҙөгәндә ҡы­ҙыҡ итеп кенә тотонған була. Аҙаҡ шулай оҫтарып китә. Бына һиңә, ҡала ҡыҙы!
– Улар бөтә эште бергәләп башҡара. Һәр яҡлап бер-береһенә терәк булып торалар. Шуға эштәре лә көйлө, – ти Ҡунаҡбаевтар тураһында ауылдаштары Эльвира Исхаҡова, һоҡланып.
Эйе, был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы, Береш ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code