Ҡайтҡы килә

Йондоҙҙар атылған һайын
Теләктәр теләй инек,
Мәңгегә бергә булырға
Ант-вәғәҙәләр биреп.

Һиҙмәй ҡалдым һөйөү-усаҡ
Нисек көлгә ҡалғанын.
Белһәң икән, минең нисек
Һинең өсөн янғаным.

Ниңә ситтәргә ышанып,
Ташлап киттең яттарға?
Тағы ла бер ҡайтҡы килә,
Шул бәхетле саҡтарға.

ГӨЛФИРӘ.
Баймаҡ районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code