Ҡайһылай матур, ҡайҙан алдың?

Оҫта эшләгән түшелдеректәр ошолар инде!

– Бына ошондай түшелдерек алдым әле, ҡыҙҙар. Матурмы? Ҡайҙа барһам да, кейеп йөрөргә булдым, – тип күрһәтеп, маҡтанып алды бер таныш апайыбыҙ.
Ысынлап та, түшелдереге һоҡланғыс ине. Ул борон ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың биҙәүес әйбере булған. Етмәһә, яман күҙҙәрҙән һаҡлауын ишеткәнебеҙ ҙә бар. Әле лә гүзәл заттарыбыҙҙың элеккегә ҡайтып, түшелдеректәр кейә башлауы ҡыуандыра. Уны тегеүсе оҫталарҙың ҡулдарына күҙ теймәһен инде!

Рәсимә Камил ҡыҙына милли күлдәк кейеп, түшелдеректә йөрөү бик килешә.

Ҡыҙы Ләйсән дә түшелдеректә йөрөй.

Бына шундай апайҙар­ҙың береһе – Рәсимә Ибраһимова Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәй. Быйыл эштәре менән үҙҙәрендә үткәрелгән «Селтәр» күр­гәҙмә-бәйгеһендә ҡат­нашып, III урын да яулаған ул.
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдереге менән күптән ҡы­ҙыҡ­һына инем. Туҡта, үҙем эшләп ҡараһам, нисегерәк килеп сығыр икән, тип тәүәккәлләргә булдым. Күңелгә ятҡанса килеп сыҡты. Үҙемә күҙ тейеүҙән дә ярҙамы тей­ҙе. Юғиһә, районда баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмә етәксеһе булараҡ, күп педагогтар менән ара­лаш­ҡандан, фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашҡандан һуң, хәлем бөтөп ҡайта ине.

Сулпылары күҙҙең яуын ала.

Эшемде күптәр оҡшатты. Тегеп бөткәс, район мә­ҙәниәт һарайына Ғәзим Ильясовтың концертына кейеп барғайным, ҡайһылай матур, ҡай­ҙан алдың, тип ҡыҙыҡ­һыныу­сылар күбәйҙе. Үҙемдеке икәнен белгәс, әсәй, өләсәй­ҙәренә эшләп биреү­ҙәрен һорай башланылар. Дәрескә кейеп барып, уҡыу­сы­ларымды ла хайран ҡал­дыр­ҙым. Һырып уҡ алып, тотоп ҡарап, нисек эшлә­үемде белештеләр. Ә хеҙмәттәштәрем оҫталыҡ дәрестәре биреүемде кө­тә, – ти 1-се мәктәптә 23 йыл ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға бағышлаған ханым.
Рәсимә Камил ҡыҙы бер түшелдеректе эшләүгә 2 аҙна тирәһе ваҡытын бүлә. Тауар өсөн фетр ҡуллана, сәйлән, мәр­йендәр, 1 – 10 һумлыҡ тәңкәләр менән биҙәй. Бер үк биҙәктәрҙе ҡабатламаҫҡа тырыша. Теккән артҡы яғы күренмәһен өсөн сифатлы буҫтау менән ҡаплай.

Никах биллеге.

Таныш-тоноштары араһында һатып алыусылар күбәйгәс, башҡалар­ға ла эштәрен тәҡдим итеп ҡарамаҡсы булып, Ләйсән ҡыҙы менән интернет-магазин асып ебәргәндәр. Аллаға шөкөр, башҡа район-ҡалаларҙан да ҡыҙыҡһыныу­сылар байтаҡ икән. Күпмегә һата, тиһегеҙме? Түшелдерек хаҡы – 2 мең һум. Гүзәллек тыуҙырыусы ханым бейеүсе ҡыҙҙарға күҙҙең яуын алырлыҡ сулпылар ҙа, яңы никах­ҡа инеүселәргә биллектәр ҙә тәҡдим итә. Уларын да бик үҙ итәләр.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code