Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!

13 ноябрҙән Рәсәйҙә «Ҡай­ҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!» акция­һының икенсе этабы башланды. Республика министрлыҡтарында һәм ведомстволарында ла «ҡыҙыу линия»­лар эшләй. Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса идаралығы һәр кемде был сарала әүҙем ҡатна­шыр­ға саҡыра. Наркотик менән һатыу иткән йәки һаҡлаған кешеләр, наркопритондар тураһында белһәгеҙ, был турала эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына тәүлектең теләһә ҡай­һы ваҡытында шыл­ты­ра­тып, әйтергә мөмкин: 8(347) 2793292. Анонимлыҡ һәм конфиденциаллек һаҡлана. Бер шылтыратыу ҙа иғтибар­һыҙ ҡалмаясаҡ, мотлаҡ тикшереләсәк. Наркоманияға ҡаршы көрәштән берәү ҙә ситтә ҡалмаһын ине.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code