Ҡаҙмаш ауылы кисеүҙәре

Ҡаҙмашҡа килеп инеү менән уң яҡтан – Мәсет тауы, һулаҡайҙан Сусаҡтау ҡаршы ала. Ауылды икегә бүлеп, Ҡаҙмаш йылғаһы ағып ята. Уның һул яҡ яры буйлап Бәләкәй Ҡыҙылташ һәм Өлкән Ҡыҙылташ теҙелеп ултыр­ған. Эргәләрендә бер нисә кисеү ҙә бар.

Тирмән кисеүе. Унда Фәх­рислам Һатлыҡов олатай һыу тирмәне эшләгән. Үҙе кисеү яһап, һыу юлдары булдырған. Бейектән һыу ағып төшөп, тирмәндең ҡуласаһын әйләндергән. Ауыл халҡы күпме бойҙайы бар, шуны тарттырып алған. Тик тирмәндең иләге булмаған. 1930 йылда Фәхрислам олатайҙы кулак тип Себергә ебәрәләр. Ә тирмәнен колхозға тартып алалар. Бер нисә йылдан һуң ни сәбәптәндер ул янып китә. Әлеге көнгәсә тирмәндең ҙур бер ташы Хәҙис Хәмит улы Ниғмәтуллинда һаҡлана.
Сафин кисеүе. Был кисеүҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдинур Ташбулат улы Сафин бригадир булып эшләгән сағында колхоздың техникаһын бер баҫыуҙан икенсеһенә күсереү, шулай уҡ бесәнде фермаға турараҡ юлдан йөрөтөү өсөн эшләткән. Уны йәй көнө минең олатайым Ша­һыбал Зекериә улы Моталов трак­тор менән Ҡаҙмаш йылғаһын йырып яһай. Ошонан ҡалған да инде кисеүҙең исеме.
Ишбулды күперен Ишбулды Хәмзә улы Мәхмүтов Ҡаҙмаш йыл­ғаһы буйында ҡул көсө менән төҙөгән. Ат менән таш, бүрәнә, баш­ҡа кәрәк-яраҡ ташыған. Был күпер халыҡ өсөн бесәнгә йөрөргә, йөк ташыуға бик уңайлы булған. Шулай уҡ Ишбулды ҡарағай­ҙары ла бар. Ул ағастарҙы М. И. Х. хәрефтәре буйлап ултыртып сыҡҡан. Үҙе һыу ҡойған, тәрбиәләгән һәм тирә-яғын кәртәләп ҡуйған. Ҡарағай­ҙар ултырған убала башҡа ағастар юҡ. Хәҙер уларға ярты быуаттан ашыу.
Ҡыҙыл йылғаһы буйында Татар күле һәм Татар ташы бар. Элек беҙҙең яҡтарҙа ла ҡырҡтартмасылар булған. Шулай бер мәл улар Амангилде ауылында йоҡларға ҡала. Өйҙөң хужалары төндә ҡунаҡтарҙың береһен талап, туҡмап үлтерә лә күлгә батырып ҡуя. Бер заман ҡырҡтартмасылар араларында берәү юҡ икәнен белеп ҡалып, уны эҙләй башлаған. Табалар. Үлтергән кешеләрҙе төрмәгә ебәрәләр, ә күлгә Татар күле тип исем бирәләр.(Ҡырҡтартмасы татар милләтенән булған.)
Халыҡ кешеләрҙең атҡарған хеҙмәтен баһалап, һәр береһен үҙ атамаһы менән йөрөтә һәм был дөрөҫ тә. Мин тарихтың килә­сәк быуынға ла еткерелеүен теләйем.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code