Ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәнеләр

Әсәһе: «Сәңгелдәктә саҡта ҡолаҡтарығыҙҙы тешләткән ҡыҙың ғаиләһе менән ауылға күсеп ҡайтҡан, барып күр», – тигәс, ул ат һуғарырға йөрө­гән еренән һыбай китә. Был ва­ҡытта 4 – 5 йәштәрҙәге ҡыҙсыҡ көйән­тә менән һыуҙан ҡайтып килгән була. Күнәктәре улай-былай сайҡалыуҙан һыуының яртыһы түгелеп бөткән.

Тәүге осрашыуҙары ошолай һыу буйында башланған ҡартатайым Сабирйән Дәүләтбир­ҙин менән ҡартәсәйем Фәүзиә Дәүләтбаева бергә ҡул­ға-ҡул тотоношоп, 61 йыл татыу ғүмер итте. Тормоштары еңелдән бул­май, әммә улар заман һынау­ҙарына бирешмәй. Асия, Фәнүзә, Зөлфиә, Әхмәтйән, Ғәҙелйән, Сөләймән исемле алты ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр.
Ете бала араһында өсөнсө булып тыу­ған Сабирйән ҡартатайыма ла, етемлекте иртә кисергән Фәүзиә ҡартәсәйемә лә донъяның әсе-сөсөһөн күп татырға тура килә. Фәүзиә ҡартәсәйемдең ике ағаһы һуғышта ятып ҡалыуы етмәй, әсәһе лә аҙашып үлеп ҡала.
Фронттағыларға ла, тылдағыларға ла еңел булмай ул заманда. Олоһона ла, кесеһенә лә эш берҙәй тейә. Фәүзиә ҡартәсәйем өлкән бабайҙар менән үгеҙ егеп ер тырмата, иген сәсә, һауынсыларға һалам, бесән ташый. Шуға ул йылдар тураһында һөйләргә лә яратмай торғайны.
Ҡартәсәйем бар яҡлап та булдыҡлы ине. Сиккән әйберҙәре күҙҙең яуын алып торҙо! Күңеленә илһам килгәндә шиғырҙар, таҡмаҡтар ижад итте, хатта үҙе бейеп китеп, сәхнәнән төшмәне, йыр-моң һәр саҡ күңелендә булды. «Бер ҡасан да йыртыҡ йөҙ менән йөрөмәнем», – тигән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған.
Сабирйән ҡартатайымдың тәүге Герман яуында бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан атаһын һуғышҡа алмай­ҙар. Ә 17-һе тулғас, ул 1944 йылда ғариза яҙып, үҙ теләге менән хеҙмәткә алына. Алкин станцияһында йыйылған егеттәрҙе Өфөгә алып барып, частар­ға бүләләр. Ул Владивосток ҡалаһындағы 1-се гвардия пехотаһына эләгә һәм илебеҙҙең көнсығыш сиген япон илбаҫар­ҙарынан һаҡлай. Граната ярсығы эләгеп яраланғас, госпиталгә оҙаталар. Бер нисә ай ятҡас, I төркөм инвалидлыҡ биреп ҡайтаралар.
Бәләкәйҙән көслө ихтыярлы, ны­ҡышмал, тырыш булып үҫкәнгә, ауыл­ға ҡайтҡас та колхоз эшенә егелә һәм бөтә ғүмере буйы комбайнсы, балта оҫтаһы булып эшләй. Күп кенә ауылдаштарына, өс улына ла йорттарҙы үҙ ҡулдары менән һала.
Сабирйән ҡартатайым ихлас, йомшаҡ күңелле, ихтирамға лайыҡ кеше ине. Бер кемгә лә ҡаты бәрелмәне, ауыр һүҙ әйтмәне. Үҙе лә ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәне. Уның ҡыл­ған изгелектәре, аҡыллы кәңәштәре һәр ваҡыт беҙҙең күңелдә һаҡлана.

Данил ҠУЖИН.
Хәйбулла районы, Үрнәк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code